Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Осор яңы эш урыны һәм өҫтәмә килем сығанағы эҙләү өсөн уңышлы. Аҙна уртаһында яңы идеялар тыуыр. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырһығыҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы контролдә тоторға өйрәнегеҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Күптән йөк булып торған проблемалар, ниһайәт, үҙенән-үҙе хәл ителер. Мөхәббәт өлкәһендәге хәлдәр тураһында кешегә артыҡ һөйләмәгеҙ - көнсөлдәр ҙә юҡ түгел. Дүшәмбе эштә бәхәскә инеүҙән тыйылығыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Финанс мәсьәләләре борсомаҫ, әммә көтөлмәгән сығымдарҙың килеп сығыуы ихтимал. Яҡын кешегеҙҙән бүләк алыу кәйефегеҙҙе күтәрер. Йортоғоҙҙа ремонт башлау өсөн уңайлы мәл. Күберәк йоҡларға, дөрөҫ туҡланырға тырышығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Кемдең - дуҫ, кемдең дошман икәнлеген яҡшы аңларһығыҙ. Шаршамбы яңы эштәргә тотоноу кәңәш ителмәй. Сәләмәтлегегеҙгә етди иғтибар бүлегеҙ: сир эләктереүегеҙ мөмкин. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Йортоғоҙҙағы иҫке-моҫҡонан арынырға ваҡыт. Эштә хәлдәр яҡшы ғына, үҙгәрештәр көтөлмәй. Тирә-йүндәгеләрҙән тәнҡит һүҙҙәрен ауыр ҡабул итерһегеҙ. Ашығып эре әйбер һатып алмағыҙ. Йома мажараларға юлығырһығыҙ.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Байрам, мауыҡтырғыс саралар көтә үҙегеҙҙе. Мөхәббәт өлкәһендә эштәр шәптән түгел. Һөйгәнегеҙ гел мыжыр, үҙенә күп иғтибар талап итер. Дөрөҫ туҡланырға өйрәнегеҙ Ял көндәре шатлыҡлы хәбәр ишетерһегеҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Бер нимәгә лә өлгөрөшә алмаҫһығыҙ, хатта эшкә һуңларһығыҙ. Балаларға иғтибарығыҙҙы күберәк бүлегеҙ. Әле улар һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Яңы белем алыу өсөн уңайлы мәл. Һөйгәнегеҙ менән аралар өҙөлөр.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна уңышлы килмәксе. Бер нисә мәсьәләне бер юлы һөҙөмтәле хәл итерһегеҙ. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр ышаныслы. Дуҫтарығыҙ менән бәйләнештәрҙе тергеҙергә тырышығыҙ. Осрашыуға саҡырһалар, баш тартмағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мәшәҡәттәр күп булыр. Был осорҙа алыҫ сәйәхәткә юлланмағыҙ. Ҡайһы бер уҡсылар яҡшыраҡ эш урыны табыр. Төрлө конференцияларҙа ҡыйыу ҡатнаша алаһығыҙ. Финанс хәлегеҙ тураһында таныштарығыҙға һөйләмәгеҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көс-энергияғыҙ артыуын тойорһоғоҙ. Яҡындарығыҙҙың ярҙамы менән ҙур пландарығыҙҙы бойомға ашырырһығыҙ. Гардеробығыҙҙы алыштырырға ваҡыт. Үҙегеҙҙә яңы талант асырһығыҙ. Кеҫәгеҙ ҡалынайыр.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Тирә-йүндәгеләр менән һәйбәт мөнәсәбәттә булығыҙ. Шаршамбы тормошоғоҙҙа нимәлер үҙгәрер. Бурысҡа аҡса алмағыҙ. Үҙ ишегеҙҙе табырһығыҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ, балаларығыҙ менән үткәрегеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Карьера баҫҡысынан үрләрһегеҙ. Күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәргә ҡул ҡуймай тороғоҙ, юғиһә проблемалар килеп сығыуы бар. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Икенсе яртығыҙҙы осратыу ихтималлығы ҙур.