Гемоглобин - эритроциттарҙағы ҡан табы.Төп функцияһы - үпкәнән кислородты туҡымаларға таратыу һәм организмдан углекислый газды сығарыу. Ир-егеттәр өсөн норма - 130 – 140 г/л, ҡатын-ҡыҙҙарға - 120 - 130 г/л. Гемоглобиндың түбәнәйеүе анемия, эске органдарҙың зарарланыуы арҡаһында ҡан юғалтыу хаҡында иҫкәртә. Ҡан ауырыуҙарынан, ҡайһы саҡта йөрәк сирҙәренән дә гемоглобиндың күтәрелеүе күҙәтелә.
Аҙ ҡанлылыҡ күҙәтелгәндә ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр ашағыҙ, йәки һут эшләп эсегеҙ. Әммә саманан тыш ҡулланырға ярамай, ашҡаҙанға зыяны тейер. Балға әстерхан сәтләүеге менән мүк еләген ҡушып ашау ҙа файҙалы. Гөлйемеш сәйенә бал ҡушып эсеү гемоглобинды ла күтәрә, иммунитетты ла көсәйтә. Үлән сәйҙәре лә һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Ике аш ҡалағы кесәрткән һәм бөрлөгән япрағын, өс аш ҡалағы һары мәтрүшкә менән аҡ сәскә япраҡтарын алығыҙ. Уларҙы ваҡлап болғатығыҙ, шунан термосҡа һалып, 700 грамм ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.
Гемоглобин артыҡ күтәрелеп китһә, диета тоторға кәрәк - бер йыл дауамында итле һурпа һәм ит ашамай торорға кәңәш ителә. Итте балыҡҡа алыштырыу отошло булыр. Күберәк еләк-емеш, айырыусаа лимон, тоҙло кәбеҫтә ашарға кәрәк. Рациондак шулай уҡ ҡарабойҙай, һоло бутҡаһы булырға тейеш.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим.