Өйҙә терегөмөшлө градусник ватылһа, күптәр уны сепрәк менән һөртөп алырға ашыға. Был - төп хата. Сөнки бындай осраҡта терегөмөштөң парҙары менән ағыуланыу ҡурҡынысы тағы ла арта. Икенсе хата - уны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, сүп һауытына ырғытыу. Терегөмөш - кеше сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай торған ағыулы матдә. Ул көслө ағыуланыуға, хатта үлемгә килтерергә мөмкин.
Терегөмөшлө градусник ватылғанда нимә эшләргә кәрәк һуң?
* Шунда уҡ кешеләрҙе бинанан сығарырға, елләтеү өсөн тәҙрәләрҙе йә форточкаларҙы асырға;
* Ағып сыҡҡан терегөмөштө тиҙ генә резина груша менән йыйып алырға. Ваҡ-төйәктәрен лейкопластырь менән дә эләктерергә мөмкин.
* Терегөмөш һибелгән урынды 3-5 тапкыр марганцовка эретмәһе менән йәки һабынлы-содалы эретмә менән эшкәртергә.
* Йыйылған бөтә терегөмөштө һалҡын һыу һалынған банкаға һалырға һәм ҡапҡас менән ҡапларға һәм һалҡынса урынға ҡуйырға.
* Һәм, әлбиттә, терегөмөш һалынған банканы махсус тапшырыу урындарына алып барырға кәрәк.