Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Нимәгә генә бәйле булһалар ҙа, конфликттарҙан ситтә тороғоҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер, етәкселектән дә шелтә һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Был аҙнала яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырыр.
Буға (20.04 – 20.05)
Ғаилә мөнәсәбәттәре ышаныслы булыр. Йортоғоҙҙо төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә мөмкин. Ҡунаҡтар килеп төшөүе ихтимал. Эштәге проблемаларҙан ҡотолоп булмаҫ. Ташламалы хаҡҡа тауар алырға тырышмағыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Етди эштәргә 9-нан һуң ғына тотоноғоҙ. Бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ. Мауыҡтырғыс сәйәхәткә, тәбиғәт ҡосағына ял итергә саҡырыуҙары ихтимал. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, яңы танышлыҡтар көтөлә. Шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Сәләмәтлегегеҙҙе контролдә тотоғоҙ. Сир билдәләре күренеү менән мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Йорт эштәрен бергәләп башҡарығыҙ. Яҡындарығыҙға ҡаты бәрелмәгеҙ. Юғиһә, араларҙың боҙолоуын көт тә тор.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Булған проблемаларығыҙҙы хәл итерһегеҙ. Бер кемде лә тәнҡитләмәгеҙ. Кем менәндер танышырға теләйһегеҙ икән, был эште аҙна уртаһына ҡалдырығыҙ. Ярҙам һорап башҡаларға мөрәжәғәт итеүҙән оялмағыҙ. Финанс мәсьәләһе киҫкен торор.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Энергияғыҙ ташып торор, кәйефегеҙ шәп булыр. Тик һүҙегеҙҙе ипләп әйтегеҙ. Күптән күрешмәгән дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ. Һөйгәнегеҙ һеҙҙән нимәлер йәшерә кеүек. Уға ҡарата ышанысығыҙ кәмер. Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Тулыһынса мөхәббәт ҡоллоғонда булырһығыҙ. Хис-тойғоларға бирелеп, алданып ҡуймағыҙ. Тирә-йүндәгеләр мөнәсәбәттәр яҡшы булыр. Финанс мәсьәләләрен хәл итеү өсөн уңышлы осор. Һаулығығыҙ менән проблемалар килеп тыуыуы бар.
Саян (24.10 – 22.11)
Алыҫтағы туғандарығыҙҙың ҡапыл килеп төшөүе ҡәҙимге тормош рәүешен боҙор. Электр ҡорамалдары менән эшләгәндә һәм автомобилгә идара иткәндә айырыуса һаҡ булығыҙ. Иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында башҡа кешеләрҙең зыян күреүе ихтимал.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эшлекле бәйләнештәр күп булыр. Үҙегеҙгә һәм башҡаларға ҡарата ла талапсан булығыҙ. Белемегеҙҙе каимиллаштырыу ихтыяжы килеп тыуыр. Сит илгә сәйәхәткә юллана алаһығыҙ. Етәкселек биргән вәғәҙәләргә ышанып бармағыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ымһындырғыс яңы тәҡдимдәрҙән баш тартыу хәйерлерәк. Карьера өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Әммә уңыш үҙенән-үҙе килмәй, бының өсөн күп көс түгергә тура килер. Сәйәхәткә сыҡҡанда документтарығыҙ менән һаҡ булығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Ғаилә бюджетын ҡайтанан ҡарарға тура килер, ахырыһы. Эш тирәһендә ҡара болоттар ҡуйыра - хеҙмәт урынына һуңламаҫҡа тырышығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән аралар ышаныслы. Был осорҙа бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ирешерһегеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Энергияғыҙ кәмер, эмоциональ торошоғоҙ ҙа шәптән түгел. Шуның өсөн мөһим һәм ҙур эштәрҙе башламай тороғоҙ. Һаулығығыҙ ҡаҡшауын тойһағыҙ, мотлаҡ тикшеренеү үтергә кәрәк. Ижад менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы осор.