газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
4 Сентябрь 2020, 11:50

Аҙғын ҡатын

Сәриә көҙгөләге үҙенең йөҙөн күреп сирҡанып ҡуйҙы. Улмы был, әллә уның кәүҙәһенә инеп ултырған бөтөнләй икенсе йәнме? Ниндәй һөйкөмлө, тыйнаҡ ҡыҙ ине ул йәш сағында. Ә хәҙер ул көҙгөләге ҡатынды таныманы.

Сәриә бик татыу ғаиләлә тәрбиәләнде. Ҡыҙ әсәһенә оҡшап баҫалҡы, әҙәпле, тыйнаҡ булып үҫте. Мәктәптә лә яҡшы уҡыны, уҡыуы менән дә, тәртибе менән дә ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышты. Ун биш йәше тулып, туғыҙынсы класты тамамлағас, йәйге каникулдар ваҡытында Сәриәне әхирәте клубҡа сығырға саҡырҙы. Бығаса киске ун берҙән һуң тышҡа аяҡ баҫмаған ҡыҙ, ҡурҡа-ҡурҡа ғына әсәһенән һораны. Уныһы, атаһы менән кәңәшләшкәс кенә, оҙаҡ йөрәмәҫкә тигән шарт менән рөхсәт бирҙе. Ҡыҙҙар клубҡа барҙы, унда башҡалар бейеһә лә, Сәриә оялсанлығын еңә алманы, бейергә төшмәне һәм тыйнаҡ ҡына күҙәтеп ултырҙы. Ике сәғәт үтер-үтмәҫтән, ул иптәшен ҡайтырға күндерҙе. Әммә арттарынан ниндәйҙер егеттәр эйәреүен һиҙҙе улар. Егеттәр һүҙ ҡушып маташты, ҡыҙҙар яуап бирмәне. Шулай ҙа егеттәрҙең яуыз ниәтле булмауҙарын һиҙгәс, танышты улар. Был егеттәр күрше ауылдыҡы булып сыға һәм улар иптәштәрсә һөйләшә-һөйләшә ҡыҙҙарҙы өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуя. Сәриәгә клубҡа сығыу башҡа тәтемәй. Ә шулай ҙа оҙаҡламай уны оҡшатҡан Айнурҙан хат килеп төшә. Шулай итеп, ике йәш йөрәк араһында һөйөү хистәре уяна. Һирәк булһа ла клубҡа сығыу форсаты тыуғанда улар осраша, егет ҡыҙҙы өйөнә тиклем оҙата. Тәртипле, әҙәпле итеп йөрөй улар. Биш йылға һуҙыла уларҙың мөхәббәте. Ҡыҙ егетте армияға оҙатып, ҡаршы ала. Әммә Айнурҙың холҡо бөтөнләй үҙгәреп ҡайта хеҙмәттән: ул бик тупаҫ, оятһыҙ ҡыйлана башлай. Беренсе осрашыуҙарында уҡ йоҡларға тәҡдим итеп шаҡ ҡатыра Сәриәне. «Мин һиңә бала саға түгел, беҙгә күптән быны эшләргә кәрәк ине, юғиһә, һау бул», - ти ул. Быға тиклем үбеүҙән артыҡҡа юл ҡуймаған егеттән бындай хәлде бөтөнләй көтмәй ҡыҙ. Быға тиклем ысын тәүге мөхәб-бәте тип иҫәпләгән кешеһе менән айырылышыу нисек кенә ауыр булмаһын, Сәриә «юҡ» тигәнде аңлатып башын болғай ҙа өйөнә ҡайтып китә.
Был хәлдән һуң күп йылдар үтә. Сәриәнең икенсе һөйөүе лә, өсөнсө мөхәббәте лә була. Тик барыһына ла бер нимә кәрәк булыуын аңлай ҡыҙ һәм ул баш тартҡан һайын егеттәре менән юлдары айырыла. Дүртенсеһе иһә ипле егет булып сыға, ике йыл осрашҡандан һуң кейәүгә сығырға тәҡдим яһай һәм бөтәһе лә туйҙан һуң ғына була. Тормош иптәше менән башта татыу йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары донъяға килә. Тик өс йылдан һуң Сәриә иренең хыянат итеүен белә. «Ни өсөн? Мин бит уға тиклем сафлығымды һаҡлап кейәүгә сыҡтым? Ни ғәйебем бар минең?» - йәш әсәнең башында төрлө һорауҙар урала. Был хәл асыҡланғас, ире ғәфү үтенмәй һәм ғаиләләрен дә һаҡлап ҡалырға ашыҡмай, ә кейемдәрен йыя ла һөйәркәһенә сығып китә. Был хыянатты ныҡ ауыр кисерә Сәриә, ике-өс ай буйына үртәләнә, ғазаплана. Тап шул ваҡытта уның кәүҙәһенә, әйтерһең дә, бөтөнләй икенсе йән инеп ултыра. Элекке тыйнаҡ, әҙәпле гүзәл заттан бер ни ҡалмай.
Ул иң тәүҙә социаль селтәр аша тәүге мөхәббәтен эҙләп таба. Уның телефонын һорап ала, йыш ҡына шылтырата башлай. Уның кәләше менән матур итеп йәшәп ятыуын белгәс, үҙенең хәйләле ниәтен тормошҡа ашыра башлай. Айнурҙы осрашыуға саҡыра, һуңынан үҙенең өйөнә алып ҡайта һәм уны ҡунырға алып ҡала. Бындай осрашыуҙар йыш ҡабатлана, Сәриә хатта Айнурҙың уға яңынан ғашиҡ, ғаиләһен ташлап китергә әҙер булыуы хаҡында һүҙҙәрен дә ишетә башлай. Сәриә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән ҡәтғи рәүештә осрашыуҙарҙы туҡтата. Һәм икенсе ҡорбанына, йәғни йәш сағында Айнурҙан һуң осрашып йөрөгән егетенә, йәбешә. Өсөнсө егете менән дә шундай уҡ хәлде алып барып сығара. Йәш саҡтарында булған мөхәббәт хистәрен яңыртып, үҙенә яңынан ғашиҡ иттереп, тормош иптәштәренә хыянат иттерә Сәриә. Һуңынан асыҡланыуынса, тәүге мөхәббәте хатта айырылыша, Сәриә менән яңынан ҡауышыу юлдарын эҙләй, әммә ҡатын башҡа уны белергә лә теләмәй. Ҡатын ошолай итеп элек йөрөгән егеттәренең йөрәктәренә яра һалыу, уларҙың матур ғаиләләрен туҙҙырыуҙан ниндәйҙер ләззәт алғандай тоя үҙен. Әммә иң ҡурҡынысы шул: ҡасандыр иренең хыянатын кисерә алмай, ошондай сәйер аҙымға барған ҡатын артабан да татыу парҙарҙың ғаиләләрен емерергә тигән теләккә буйһона башлауын, үҙенең аҙғын ҡатынға әйләнгәнен дә һиҙмәй ҡала. Уның урамда бәхетле ғаиләне күреү менән асыуы ҡабара, шунда уҡ был ирҙе хыянатҡа тикшереп ҡарау теләге тыуа. Ул күп кенә көслө заттарҙы үҙенә ҡаратып, тормоштарын туҙҙыра. Бына шулай насар юлдан барыуын башы менән аңлаһа ла, туҡтай алмай Сәриә. Күңеленә инеп ултырған ниндәйҙер ҡара йыланды һурып та ташлап алып булмаҫтай тойола уға...
Читайте нас: