Элекке эштәрегеҙҙе йәһәт кенә тамамлай һалығыҙ, бурыстарығыҙҙан ҡотолоғоҙ. Йыш ҡына командировкаларға сығырға тура килер. Әммә хеҙмәттәшегеҙ менән романды туҡтатығыҙ. Аҙна башында һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ. Табип дөрөҫ диагноз ҡуйыр.
Буға (20.04 – 20.05)
Мөһим документта ебәргән хата эшлекле бәйләнештәрҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырыр. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ, кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Хеҙмәт урынын алыштырыу өсөн ҡулайлы осор. Яңы вазифа яңы мөмкинлектәр асыр. Яратҡан кешегеҙ тәҡдим яһауы бар.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Күптән теләгән урынды биләрһегеҙ, ә етәкселек, ниһайәт, эшегеҙҙе баһалай башлар. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыр. Иң мөһиме, артығын ысҡындырмағыҙ. Юғиһә, хатаны бик оҙаҡ төҙәтергә тура килер. Ял көндәрендә йортоғоҙға ҡунаҡ саҡырығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Романтик осрашыуҙар көтөлә. Туғандарығыҙ йә дуҫтарығыҙ тәбиғәт ҡосағына ялға саҡырыр. Баш тартмағыҙ, ваҡытығыҙҙы шәп үткәрерһегеҙ. Документтар тултырыу, имтихандар, зачеттар тапшырыу өсөн уңышлы мәл. Ҡиммәтле бүләктәр һатып алмағыҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Ваҡ-төйәк нәмәләргә иғтибар итмәгеҙ, конфликттарҙан йыраҡ тороғоҙ. Юғиһә, һөҙөмтәләре яҡшынан булмаясаҡ. Элекке мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ ихтимал. Финанс мәсьәләләре арҡаһында яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар килеп тыуыр.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Ғүмерҙең үҙ яйы менән тыныс ҡына барыуын һиҙерһегеҙ. Шәхси мәнфәғәттәрегеҙгә күберәк ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. Отпуск ваҡытында ла белемегеҙҙе камиллаштырыуҙан туҡтамағыҙ. Ял көндәрендә дуҫтарығыҙ менән күңелле осрашыу көтә.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ. Отошло тәҡдимдәргә уйламайынса риза булығыҙ. Һеҙҙең өсөн күп юлдар асыҡ, бихисап ыңғай үҙгәрештәр кисерерһегеҙ. Эске һиҙемләүегеҙгә генә таянығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән аралар ныҡ, ышаныслы. Үтескә аҡса алырға тырышмағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Бер юлы бер нисә эште башлау дөрөҫ булмаҫ. Баҫымды иң мөһимдәренә генә яһарға кәрәк. Дуҫтарығыҙ бар яҡлап та ярҙам күрһәтер. Фекерҙәштәр табыуығыҙ бар. Мөхәббәт өлкәһендә хәлдәр яҡшы. Әммә осрашыу ваҡытында эштәге проблемаларҙы ҡуҙғатмағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Элекке хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәйләнештәр уңышлы тергеҙелер. Балаларығыҙ ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр, туғандарығыҙ һәр саҡ терәк-таяныс булыр. Артыҡ аҡса туҙҙырыуҙан йыраҡ тороғоҙ - финанс хәлегеҙ әллә ни шәптән түгел.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна көсөргәнешле килер, хис-тойғоларығыҙҙы контролдә тотоуы ауыр булыр. Эштәгеләр менән дә борсаҡ бешеп етмәҫ. Яңғыҙҙар иғтибар үҙәгендә булыр - төрлө сараларға саҡырырҙар, телефондан шылтыратырҙар. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Бәйләнештәр бөтә нәмәне хәл итә торған ваҡыт. Ярҙамдан баш тартмағыҙ. Йортта мәшәҡәтегеҙ күп булыр. Иң мөһиме, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ һаҡлана. Шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалыу өсөн уңайлы осор. Насар ғәҙәттәрҙәр ҡотолорға кәрәк.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Яҡшы кәйеф һәм үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ әйләнеп ҡайтыр. Ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырһығыҙ. Эшкә сумып, тормош иптәшегеҙгә лә иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Юғиһә, аралар һыуыныр. Аҙнаның икенсе яртыһында аяҡ салырға маташырҙар. Бирешмәгеҙ.