Ҡышҡылыҡҡа щи
0,5 литрлыҡ 15 банка щи әҙерләү өсөн 3 кг бешкән помидор, 1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, 400 г петрушка тамыры һәм 100 г петрушка үләне, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 5-7 дана ҡара борос, 3 дана хуш еҫле борос кәрәк.
Бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға. Помидорҙы ҡайнар һыуҙа тотоп, тышын таҙартырға һәм шаҡмаҡлап турарға. Кәбеҫтәне, татлы боросто, петрушканы ваҡлап, һуғанды ярымҡулсалап турарға, кишер менән петрушка тамырын ҡырғыстан үткәрергә. Барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы һалырға һәм бутарға. 30 минут ултыртып торорға. Стерилләнгән банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡастарҙы банкаларҙың өҫтөнә ҡуйып 40 минут стерилләргә. Һуңынан ҡапҡастарын ныҡлап ябырға.
Йәшелсәләр менән фасолдән салат
3 стакан аҡ фасоль, 0,5-әр кг помидор, кишер, һуған, 0,5 л үҫемлек майы, тәменсә тоҙ алына.
Фасолде бешереп, йәшелсәләрҙе ваҡ итеп турап, май, тоҙ өҫтәргә. Һүрән утта ике сәғәт быҡтырып, банкаларға тултырып ябырға.
Помидор менән боростан лечо
2-шәр кг помидор, татлы борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына.
Помидорҙарҙы ярымҡулсалап ту-рап, эмаль кәстрүлдә 5 минут ҡайна-талар. Боросто һаламлап турап, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойоп, айырым кәстрүлдә 10 минут ҡайнаталар. Һуңынан помидор менән борсото бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 5 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.
Алма менән татлы боростан лечо
0,5 литрлыҡ ун банкаға 4 кг борос, 1 кг алма кәрәк. Маринад өсөн: 1 литр һыуға 40 г шәкәр ҡомо, 30 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 1 сәй ҡалағы төйөлгән дәрсен (корица). 0,5 литрлыҡ банкаларҙы 20 минут, 1 литрлыларын 25 минут стерилләргә.
Боросто орлоғонан таҙартып, дүрт өлөшкә бүләләр һәм ҡайнар һыуға 2-3 минутҡа төшөрөп алалар. Алмаларҙы дүрт өлөшкә бүлеп, уларҙы ла 1-2 минутҡа ҡайнар һыуға һалырға, һыуытырға. Банкаларға борос менән алманы алмашлап тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойоп, стерилләйбеҙ.
Баклажандан салат
3-әр помидор, татлы борос, баклажан, һуған, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, 100 г үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы аш һеркәһе алына. Йәшелсәләрҙе турап, тоҙ, шәкәр ҡомо, аш һеркәһе өҫтәп, 30-40 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырырға.
Янним тәмләткесе
1 кг һарымһаҡ, 600 гр әсе борос, 400 гр ҡыҙыл татлы (болгар) борос, 0,5 кг тоҙ кәрәк.
Бөтә йәшелсәләрҙе ит үткәргестән аша сығарабыҙ, тоҙ һалып яҡшылап болғатҡас, стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы ныҡ тултырырға ярамай.
Был тәмләткес иммунитетты ла нығыта, организмдағы төрлө зарарлы бактерияларҙы ла үлтерә, холестеринды бөтөрә. Тоҙ күп итеп һалып эшләнгәнгә күрә, был тәмләткес йылдар буйы үҙ тәмен юғалтмай, боҙолмай һаҡлана.