1. Күршегеҙгә яңы ғаилә күсенеп килеүҙе нисек ҡабул итер инегеҙ?
а) бер һүҙем дә юҡ, улар менән танышам, кәрәк булһа, ярҙам ҡулы ла һуҙа алам (7 балл);
б) миңә барыбер, танышырға теләһәләр, үҙҙәре яйын табыр әле (0);
в) ҡаршымын: яңы күршеләрҙең ремонтҡа тотонасаҡтарын, тауыш, ығы-зығы башланасағын күҙ алдыма килтерһәм, асыуым ҡабара (2).
2. Күршеләрегеҙ йыш талашып йәшәй, ти. Һеҙ ни эшләйәсәкһегеҙ?
а) яйын тура килтереп был турала үҙҙәренә әйтәм, кәңәштәремде бирәм (0);
б) иғтибар итмәҫкә тырышасаҡмын, күршеләргә кереп тынысланыуҙарын һораясаҡмын, (5);
в) полиция саҡыртыу менән янаясаҡмын (3).
3. Күршеләрегеҙҙең шәхси тормошон башҡалар менән “сәйнәргә” яратаһығыҙмы?
а) бер ҡасан да, үҙемдеке лә баштан ашҡан (0);
б) ҡайһы ваҡыт улар менән бәйле күңелле хәлдәр иҫкә төшә лә, был турала яҡындарыма һөйләп, уларҙы көлдөрәм (4);
в) яйы сыҡҡан һайын тиерлек “сәйнәйем” (6).
4. Күршеләрегеҙ яңы йыһаз һатып алған да, иҫкеһен арзан хаҡҡа ғына һеҙгә тәҡдим итә. Быны нисек аңлайһығыҙ?
а) улар беҙгә яҡшылыҡ эшләргә теләй (2);
б) сығарып ташлағансы, аҙ булһа ла аҡса эшләп ҡалайым тип тырышаларҙыр инде (0);
в) улар беҙҙе хәйерсегә һанай (7);
5. Күршегеҙгә полиция хеҙмәткәре кереп киткәнен күреп ҡалһағыҙ, нимә эшләйһегеҙ?
а) артынан уҡ кереп етәм, бәлки, ярҙам кәрәктер (7);
б) ул киткәс, нимә булғанын белергә керәм (4);
в) бер нәмә лә булмағандай тыныс ҡына үҙ эштәрем менән мәшғүл булам (0).
Һөҙөмтә:
19 балдан түбәнерәк. Күршегеҙ менән бер-берегеҙгә бәйләнмәйенсә, артыҡ ялыҡтырмайынса ғына йәшәй беләһегеҙ. Бер-берегеҙҙең тормошона ла ҡыҫылмайһығыҙ. Кәрәк саҡта, икегеҙ ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
20-47 балл. Һеҙ - ысын мәғәнәһендә яҡшы күрше. Кәрәк саҡта тыңлап, кәңәштәрегеҙҙе бирергә, бөтөн эшегеҙҙе ташлап, ярҙам итергә әҙер тораһығыҙ. Күршегеҙ һеҙгә, ҡурҡмайынса, бөтә серҙәрен һөйләй ала.
48-58 балл. Күршеләрегеҙ һеҙҙе артыҡ бәйләнсек кешегә һанай. Күп нәмәне күрмәйенсә, ишетмәйенсә йәшәүҙе ғәҙәткә индерһәгеҙ ине. Юҡһа, күршеләрегеҙ менән эт-бесәй рәүешендә йәшәүгә лә күп ҡалмаясаҡ.