Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Аҙнаның тәүге яртыһында сәләмәтлеге-геҙ мөшкөлләнер. Туҡланыуға етди иғтибар бирегеҙ. Бәхәсле мәсьәләләр килеп сыҡҡанда кем менәндер кәңәшләшергә кәрәк булыр. Ялдарҙы дуҫтарығыҙ менән үткәрегеҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Яратҡан кешегеҙгә ҡарата ышанысығыҙ кәмер. Ул нимәлер йәшерә кеүек тойолор. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе аҙнаның икенсе яртыһына ҡалдырығыҙ. Ижад итеү, туристик сәйәхәткә юлланыу өсөн уңышлы осор. Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Эш менән йорт араһында өҙгөләнергә тура килер. Был етәкселеккә оҡшап етмәҫ. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләрҙе отошло хәл итерһегеҙ. Финанс хәлегеҙ хәләлегеҙҙең уңыш-лы эшмәкәрлеге арҡаһында тотороҡло булыр.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Яңы танышлыҡтарҙан һәм сәйәхәттәрҙән тыйылып тороғоҙ. Тирә-йүндәгеләр менән аралашҡанда аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Документтар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Сетерекле хәлдәрҙән тыныс сығырһығыҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Тәүге осорҙа аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Магазиндарҙа һәм баҙарҙа иҫәпләшкән ваҡытта уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ. Һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә уңыш көтә. Ял көндәрендә һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр. Мөхәббәт темаһы тәүге планға сығыр.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу өсөн уңайлы ваҡыт түгел. Аҙнаның икенсе яртыһында ижади әүҙемлегегеҙ көсәйер. Спорт менән шөғөлләнергә, театрға, концертҡа барырға мөмкин. Бурысҡа аҡса алмаҫҡа тыры-шығыҙ, юғиһә, ҡайтарып биреүе ҡыйын булыр.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Һаулығығыҙ бер аҙ ҡаҡшап алыр. Мөһим осрашыуҙарҙы шишәмбегә йәки йомаға тәғәйенләгеҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән бергә булығыҙ. Күңелегеҙгә яҡын булмаған кеше-ләрҙән йыраҡ тороғоҙ. Кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Уңышҡа ирешер өсөн тырышлыҡ һалырға тура килер. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар килеп тыуыр. Үҙ-ара аңлашыу еңелдән булмаҫ. Аҙна уртаһында балаларығыҙ йәки ата-әсәйегеҙ менән дә бәхәс ҡубыуы бар. Түҙем булығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шик-шөбһәләрҙе артта ҡалдырырға ваҡыт. Ул яңы эштәргә тотоноуҙа ҡамасаулаясаҡ. Туғандарығыҙға килеп тыуған ауырлыҡтар тураһында һөйләп бармағыҙ. Балаларығыҙ менән күберәк аралашығыҙ - улар һеҙҙе һағынған һәм иғтибарығыҙға мохтаж.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Алдығыҙға мөһим проектты тапшы-рыу бурысы ҡуйылған. Килеп тыуған ауыр-лыҡтарҙы йырып сығыуы еңелдән булмаҫ. Яңы танышҡан кешеләрҙән мөмкин тиклем файҙа алырға тырышығыҙ. Һыу процедуралары сәләмәтлек торошона ыңғай йоғонто яһар.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Карьера баҫҡысынан үрләү ихтималлығы ҙур. Ошо осорҙа яһаған хаталарығыҙ өсөн артыҡ ҡайғырмағыҙ. Инициатива күрһәтеүҙән ҡурҡмағыҙ. Кемделер өнәп бөтмәйһегеҙ икән, был турала үҙенә әйтегеҙ. Организмығыҙҙы шлак-тарҙан таҙартыу өсөн процедуралар эшләгеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, яратҡан кешегеҙ менән һүҙгә килешеүҙән ҡаса алмаҫһығыҙ. Икегеҙгә лә һыуынырға кәрәк, ҡы-ҙыу баштан ҡарарҙар ҡабул итергә ярамай. Эштә иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында проблемалар килеп тыуыуы бар. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома.