* Телефонды һүндерегеҙ.
* Корпусын ҡоротҡансы һөртөгөҙ. Был маҡсатта бары тик ҡоро салфетка йәки таҫтамал ғына файҙаланығыҙ. Әммә фен ҡулланырға ярамай! Юғиһә, телефонды бөтөнләй яраҡһыҙға әйләндереүегеҙ мөмкин.
* Батарейкаһын һәм сим-картаһын алып ҡуйығыҙ.
* Телефондың эсен салфетка ярҙамында һаҡлыҡ менән генә ҡоротоғоҙ.
* Ошо эштәрҙе башҡарғандан һуң, смартфонды дөгө тултырылған ҡапсыҡҡа һалып (телефон дөгө менән тулыһынса ҡапланырға тейеш), ауыҙын бәйләп ҡуйығыҙ (ҡаптырмалы целлофан пакет булһа - тағы ла яҡшыраҡ). 24 сәғәт буйы шунда тотоғоҙ. Ошо ваҡыт эсендә дөгө телефонға ингән һыуҙы тулыһынса үҙенә һеңдерәсәк.