газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
7 Август 2020, 16:23

Ҡауынды кемдәргә ашарға ярамай?

Хуш еҫ аңҡып торған ҡауын күптәрҙең яратҡан ризыҡтарының береһелер, моғайын.Тәмле лә, эҫе көндәрҙә һыуһынды ла баҫа. Тик белгестәр ҡауынды һаҡлау һәм ҡулланыуҙың үҙ нескәлектәре бар, ти.

Хуш еҫ аңҡып торған ҡауын күптәрҙең яратҡан ризыҡтарының береһелер, моғайын.Тәмле лә, эҫе көндәрҙә һыуһынды ла баҫа. Тик белгестәр ҡауынды һаҡлау һәм ҡулланыуҙың үҙ нескәлектәре бар, ти.
Татлы емеште һабынлы йылы һыу аҫтында яҡшылап йыуырға кәрәк. Сөнки тап уның тышында токсиндар була икән.
Ҡауынды шикәр диабеты менән ауырыусы, язва ауырыуының киҫкен формаһы булған кешеләргә, шулай ук йөклө һәм күкрәк һөтө менән бала имеҙеүсе әсәләргә ашарға кәңәш ителмәй. Ә башҡаларға иһә, ас ашҡаҙанға һәм ашағандан һуң ҡапыл ҡулланырға ярамай. Был емеште айырым ашарға кәрәк. Ҡауын «еңел» ризыҡ тойолһа ла, ул аш эшкәртеү өсөн бик ауыр продукт һанала.
Киҫелгән емеште бүлмә температураһында һаҡларға ярамай. Уны шунда уҡ һыуытҡысҡа урынлаштырырға кәрәк.
Фото: ncsemena.ru
Читайте нас: