газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
7 Август 2020, 16:19

Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 август)

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)Осор эш урынын алыштырыу, яңы партнерҙар менән танышыу һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен көйгә һалыу өсөн бик уңышлы. Йәшеренеп ятҡан һәләттәрегеҙҙе һәм таланттарығыҙҙы аса алаһығыҙ. Балаларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырыр.

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Осор эш урынын алыштырыу, яңы партнерҙар менән танышыу һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен көйгә һалыу өсөн бик уңышлы. Йәшеренеп ятҡан һәләттәрегеҙҙе һәм таланттарығыҙҙы аса алаһығыҙ. Балаларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырыр.
Буға (20.04 – 20.05)
Етәкселеккә яңы идеяларығыҙҙы еткерегеҙ. Дуҫтарығыҙ осрашыуға, мауыҡтырғыс кисәгә саҡырыр. Баш тартмағыҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыуы ихтимал. Көтмәгәндә алынған хәбәр тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртер. Өйөгөҙҙә ремонт башлаһағыҙ була.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр бихисап булыр. Әллә ни ҡурҡыныс та түгел һымаҡ, әммә кәйефегеҙҙе төшөрөү өсөн был да етә. Сәләмәтлек торошо шәптән түгел. Һөйгәнегеҙ менән аралар өҙөлөр. Хәлдәр ялдарға табан бер аҙ көйләнер.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Күп ваҡытығыҙҙы осрашыуҙарҙа үткәрәсәкһегеҙ. Яңы танышлыҡтар файҙа килтерер. Шәхси тормошоғоҙҙа проблемалар сығып тора. Бер-берегеҙҙе аңлауы ҡыйын булыр. Сәйәхәткә юлланыу өсөн шәп мәл. Бөтә мәғлүмәтте еңел үҙләштерерһегеҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Уңыш һөҙөмтәләре бары үҙегеҙҙән генә торасаҡ. Бының өсөн тырышлыҡ һалырға тура килер. Осор имиджығыҙҙы үҙгәртер өсөн ҡулайлы. Ҡатын-ҡыҙҙарға матурлыҡ салонына барыу тәҡдим ителә. Һөйгәнегеҙ бөтә теләктәрегеҙҙе бойомға ашырырға әҙер.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Хыял диңгеҙендә сумыуҙан туҡтағыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән һаҡ булығыҙ. Араларында аяҡ салырға маташыусылар бар. Уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ, үҙегеҙҙе кәмһеттермәгеҙ. Икенсе яртығыҙға ҡарата ышанысығыҙ кәмер. Уны хыянатта ғәйепләрһегеҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Йондоҙҙар үҙгәрештәр вәғәҙәләй. Пландарығыҙ бойомға ашыр. Сит кеше фекеренә ҡолаҡ һалмағыҙ, бары эске тауышығыҙҙы ғына тыңлағыҙ. Өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә барыһы ла яҡшы. Йәрәхәттәрҙән һаҡ булығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Уй-теләктәрегеҙҙе бер кемгә лә һөйләй күрмәгеҙ. Был аҙнала һөйгәнегеҙ менән йыш талашырһығыҙ. Конфликтты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, юғиһә, мөнәсәбәттәрҙең бөтөнләй ҡаҡшауы бар. Бер аҙ аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. 12-һе нимәгәлер ныҡ хафаланырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Башлаған бөтә эштәр ҙә уңышлы булыр. Карьера баҫҡысынан күтәрелеүегеҙ ихтимал. Туристик сәйәхәттәр яңы тәьҫораттар бүләк итер. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән аралар боҙолоуы кәйефегеҙҙе төшөрөр. Еңел аҡса эшләү тураһындағы иғландарға ышанмағыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна артыҡ мәшәҡәтле килмәҫ. Шулай ҙа насар белгән кешеләрҙең һүҙҙәренә ышанырға кәрәкмәй. Күберәк ял итегеҙ, көс йыйығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома. Күптән вәғәҙә ителгән аҡсалата премияны етәкселектән һорарға ҡыйынһынмағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Тыныс осор көтә. Уйлаған ниәттәрегеҙ тормошҡа ашыр. Аҙыҡ-түлек сифатына ныҡлы иғтибар итегеҙ. Яратҡан кешегеҙ менән ваҡытығыҙҙы күберәк үткәрегеҙ. Дуҫығыҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итер. Баш тартммағыҙ, изгелегегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтыр.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Үҙ-үҙегеҙгә бикләнеүегеҙ эшмәкәрлегегеҙгә кире йоғонто яһар. Һеҙгә бер урында тапалып торорға ярамай, ә алға барырға кәрәк. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай күренештәр күҙәтелә. Һаулығығыҙ борсоуға һалыр алыр. Табип күрһәтмәләрен етди үтәгеҙ.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: