газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
30 Июль 2020, 15:48

Ямғыр яуһа, эшкә сыҡмайҙар

* Бразилияның Пара ҡалаһында йәшәүселәр сәғәттәрен телевизор, радио буйынса түгел, ә ямғырға ҡарап тикшерә. Сөнки бында ҡойма ямғырҙар тәүлектең бер үк ваҡытында башлана.

* Бразилияның Пара ҡалаһында йәшәүселәр сәғәттәрен телевизор, радио буйынса түгел, ә ямғырға ҡарап тикшерә. Сөнки бында ҡойма ямғырҙар тәүлектең бер үк ваҡытында башлана.
* Ямғыр яуа икән, Португалияла эшкә сыҡмаҫҡа мөмкин.
* Угандала йәшәгән халыҡтың күк күкрәү, йәшен йәшнәүгә бер ҙә иҫтәре китеп бармай. Сөнки был күренеште улар йылына 250 тапҡыр күҙәтә ала.
* Көньяҡ Африкалағы Ботсвана халҡына яуым-төшөм етмәй. Беҙҙә кешегә һаулыҡ теләһәләр, унда бер-береһен «пула» (ямғыр) тигән һүҙ менән сәләмләйҙәр.
* ХVII быуатта Бөйөк Британияла ямғыр тураһында ҡабул ителгән закон буйынса, ҡойма ямғыр барған урынды һәм ваҡытты дөрөҫ әйтмәгән синоптиктың ғүмерен өҙгәндәр.
* Американың Огайо штатындағы Уайнсберг ҡалаһында инде 100 йыл рәттән бер үк төндө - 29 июлдә ямғыр яуа. Был теүәллекте әлегә тиклем бер метролог та аңлата алғаны юҡ икән.
Читайте нас: