Ҡытайҙың Хубэй провинцияһында бер ҡатын игеҙәк малай таба. Әммә бер туған игеҙәк малайҙарҙың йәш айырмаһы - 10 йыл.
2009 йылда 41 йәшлек ҡатын ЭКО ярҙамында бала табыр өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итә. Аталандырылған яралғыларҙың береһен генә ҡатындың аналығына күсереп ултырталар, ҡалғандарын туңдыралар. Ҡатын Лу-Лу исемле малай таба. 2019 йылда ул әсәһенән ҡусты йәки һеңле алып ҡайтыуҙарын үтенә башлай. Әсә тағы ЭКО процедураһы яһатырға ҡарар итә. Процедурала 10 йыл элек туңдырылған яралғыны ҡулланалар. 16 июндә ҡатын икенсе малайын алып ҡайта. Уға Тун-Тун тип исем ҡушалар. “Медицина күҙлегенән ҡарағанда, Лу-Лу менән Тун-Тун - игеҙәктәр”, - тигән ҡатынға баланы тыуыҙырырға ярҙам итеүсе табип. Тун-Тундың кәүҙә ауырлығы ла ағаһыныҡы кеүек үк - 3,48 кг тәшкил иткән.