газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
27 Июль 2020, 11:23

Аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)Тирә-йүндәгеләрҙән аңлау һәм яҡлау табырһығыҙ, дуҫтарығыҙ ҙа янығыҙҙа. Әммә диванда ятып ҡына уңышҡа ирешеп булмаясағын аңлағыҙ. Башҡаларҙың кәмселектәрен күрмәгеҙ. Ялығыҙҙы ғаиләгеҙ менән уҙғарығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Тирә-йүндәгеләрҙән аңлау һәм яҡлау табырһығыҙ, дуҫтарығыҙ ҙа янығыҙҙа. Әммә диванда ятып ҡына уңышҡа ирешеп булмаясағын аңлағыҙ. Башҡаларҙың кәмселектәрен күрмәгеҙ. Ялығыҙҙы ғаиләгеҙ менән уҙғарығыҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Яңы эшкә күсеү өсөн шәп ваҡыт. Сит илдәге партнерҙарығыҙҙан отошло тәҡдим алырһығыҙ. Көтмәгәндә кеҫәгеҙгә ҙур суммала аҡса инһә, уны кисекмәҫтән фатир йәки автомобиль һатып алыуға тотонорға кәрәк.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Аҡсалата бүләкләү алып ҡыуанырһығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә барыһы ла яҡшы. Һөйгәнегеҙ менән баш әйләндергес роман көтә. Хыялдарығыҙ бойомға ашыр. Имеш-мимештәргә ҡолаҡ һалмағыҙ. Ял көндәрендә тәбиғәт ҡосағына сығыу кәйефегеҙҙе күтәрер.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Бурыстарығыҙҙан ҡотолорһоғоҙ, тыныс йоҡларға ирек бирмәгән элекке пробле-маларығыҙҙы хәл итерһегеҙ. Мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙан күңел күтәренкелеге алырһығыҙ. Киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәгеҙ. Аяҡ салырға маташыусыларҙан йыраҡ тороғоҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Ғаиләгеҙ янында күберәк булырға тырышығыҙ. Йортоғоҙҙа тәртип урынлаш-тырыу, ремонт эшләү өсөн яҡшы мәл. Ҡатмарлы характерлы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырһығыҙ. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр күп булыр, абруйығыҙ артыр.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Аҡса аҡсаға тартылыуын иҫтән сығармағыҙ. Килемегеҙҙе дөрөҫ бүлергә өйрәнегеҙ. Туғандарығыҙҙың шикле ҡылығы һеҙҙе аптырауға һалыр. Әммә тикшереү, төпсөнөү кәңәш ителмәй. Юғиһә, мөнәсәбәттәр бөтөнләй боҙолоуы ихтимал. Эштә уңыш йылмайыр.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Эшегеҙҙәме, шәхси тормошоғоҙҙамы бик мөһим ваҡиға көтөлә. Әгәр ниндәйҙер йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булһағыҙ, уның башҡа ҡатнашыусылары менән һүҙгә килешеүегеҙ ихти-мал. Ялдарҙы яҡын кешегеҙ менән үткәрегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Күберәк эшлекле осрашыуҙар уҙғарырға, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышығыҙ. Көсөгөҙ күп түгелер, әммә һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыр. Йәкшәмбе һөйгәнегеҙҙең етешһеҙлектәренә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор башында һүҙ ишетеп борсолор-һоғоҙ. Тиҙ һәм еңел аҡса эшләү тәҡдимдә-рен кире ҡағығыҙ. Аҙна уртаһында үҙегеҙҙе оҡ-шатып йөрөгән кеше һөйөүен белдерер. Шәмбе ығы-зығылы булмаҡсы. Шифаханаға барыу сәләмәтлегегеҙҙе тергеҙергә ярҙам итер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Бәхетегеҙ ташып торор. Ғаилә мөнә-сәбәттәре лә яйға һалыныр, балаларығыҙҙан яҡшы хәбәрҙәр генә ишетерһегеҙ. Күптән юғалған бәйләнештәрҙе тергеҙерһегеҙ. Спорт ярыштарында ҡатнашыуҙан баш тартығыҙ. Осло, үткер әйберҙәр менән һаҡ ҡыланығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Юридик эштәр менән мәшғүл булығыҙ, документтарҙың срогы сығыу ваҡытын тикшерегеҙ. Шунда ниндәйҙер хата китеүе бар. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ, балаларығыҙҙың хәлдәрен һорашығыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Аҙна башынан уҡ финанс хәлегеҙ үҙгәрер. Ул тотороҡло һәм ныҡ буласаҡ. Яратҡан кешегеҙ менән уртаҡ тел табырға тырышығыҙ. Никахҡа инеү өсөн яҡшы мәл. Хеҙмәт коллективында яңы кешеләрҙең килеүен көтөгөҙ. Шәхси гигиена талаптарын ҡәтғи үтәгеҙ.
Читайте нас: