Баҡсала йәшелсәләрҙең өлөгөргән, мул сағы. Йәһәт кенә берәй ҡабымлыҡ әҙерләү өсөн ҡул аҫтында бөтә нәмә лә бар. Һеҙгә лә шундай рецептарҙың береһе - помидорлы, сырлы таш ҡабаҡ тәҡдим итәбеҙ. Эшләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Еңел дә, тиҙ ҙә, тәмле лә.
Бының өсөн урта ҙурлыҡтағы таш ҡабаҡты йыуып, түңәрәкләп киҫергә. Тәменсә тоҙ, борос ҡушып, онда әүәләп, ике яғын майлы табала ҡыҙҙырырға. Артыҡ майын һеңдерер өсөн уларҙы салфеткаға төшөрөргә. Өҫтөнә һарымһаҡ ҡушылған майонез һөртөргә, ҡулсалап киҫелгән помидор телемен һалырға һәм өҫтөнә ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибеп 5 минутҡа духовкаға оҙатырға. Ҡабымлыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!