газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Июль 2020, 12:45

Тары ташты сығара

Тары менән бөйөрҙәрҙән, һейҙеклек ҡыуышлығынан таштарҙы сығарырға була.

Тары менән бөйөрҙәрҙән, һейҙеклек ҡыуышлығынан таштарҙы сығарырға була.
1 стакан тарыны йылы һыу менән йыуырға, өс литрлы банкаға һалырға һәм эҫе һыу ҡойорға. Өҫтөн йылы әйбер меннән ҡапларға. Икенсе көнөнә һыу ағарыр. Дарыу ошо бла ла инде. Шыйыҡлыҡты күпме теләйһегеҙ, шунса эсегеҙ. Шыйыҡлыҡ бөткәс, тары өҫтөнә тағы ҡайнар һыу ҡоя алаһығыҙ. Тәме үҙгәрә башлағандан һуң, тарыны алыштырырға кәрәк булыр.
Был төнәтмәне бер-ике аҙна эскәндән һуң таш ирер һәм һейҙек менән сығыр.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: