газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Июль 2020, 12:28

Төшөн алып ташлау хәйерлерәк

Күптәр ҡайнатма яһағанда сейәнең төшөн алырға йыбана. Былай ҙа бара, тип ҡул һелтәп кенә ҡуя. Баҡтиһәң, улай бөтөнләй эшләргә ярамай икән.

Күптәр ҡайнатма яһағанда сейәнең төшөн алырға йыбана. Былай ҙа бара, тип ҡул һелтәп кенә ҡуя. Баҡтиһәң, улай бөтөнләй эшләргә ярамай икән.
Сейә, абрикос, персик ҡайнатмалары яһағанда, уларҙың мотлаҡ төшөн алып ташларға кәрәк, йә иһә бындай ҡайнатманы тиҙ ваҡыт эсендә ашап бөтөргә кәрәк. Был емештәрҙең төштәрендә амигдалин матдәһе бар, ә ул организмға эләккәс, ағыулы синиль кислотаһына әйләнә. Ҡайнатма оҙағыраҡ һакланған һайын уға ағыуҙың күберәк күсеү ҡурҡынысы бар.
Ҡышҡылыҡҡа банка япҡанда яңы йыйылған һәм сифатлы еләк-емеш, йәшелсә ҡулланырға кәрәк. Ҡайһы бер хужабикәләр йәшелсәләрҙең боҙола башлаған урынын киҫеп ташлап, ҡайнатырға йәки бешерергә ултырта. Белгестәр аңлатыуынса, боҙола башлаған емештәрҙә микотоксиндар барлыҡҡа килә, улар кеше сәләмәтлегенә ҡурҡыныс тыуҙыра. Тағы шуныһы, был канцерогендар уларҙы оҙаҡ ҡайнатҡанда ла бөтмәй.
Читайте нас: