Электр сәйнүге һыуҙы тиҙерәк ҡайната, шул уҡ ваҡытта сәғәтенә 2 кВт самаһы электр энергияһы сарыф ителә. Көнөнә нисә тапҡыр ҡабыҙыуҙан сығып, күпме энергия тотонолоуын иҫәпләп сығарырға мөмкин.
Тутыҡмаҫ ҡоростан йәки эмаль ялатылған металдан эшләнгән ябай сәйнүктәр күпселек осракҡта сифатлы электр сәйнүгенә ҡарағанда арзаныраҡ тора. Күп нәмә сәйнүкте ниндәй шарттарҙа ҡулланыуға бәйле. Кухняһына газ плитәһе урынлаштырылған, шул уҡ ваҡытта сәйҙе үҙ иткән ишле ғаиләләргә ябай сәйнүктән дә яҡшыһы юҡ. Ә инде өйөндә электр плитәһе булғандарға, бигерәк тә яңғыҙ йәшәүселәргә, электр сәйнүге алыу уңайлыраҡ.