Бесәйҙәр - тәбиғи табиптар. Уларҙың «мырылдауы» нервыларҙы тынысландыра, ҡан баҫымын төшөрә һәм пульсты нормалләштерә. Бесәйҙең йылы тәне артрит һәм ревматизм менән ауырыусыларға ярҙам итә.
Эттәр менән «еңелерәк». Бесәй бөтә «эшен» дә өйҙә башҡарһа, этте тышҡа алып сығырға кәрәк. Уның арҡаһында һеҙ үҙегеҙ ҙә тышта һауа алмаштыра аласаҡһығыҙ.
Аквариум балыҡтары хужалары менән йүнләп аралашмай ҙа, уларҙы тотоп яратып булмай. Әммә балыҡтар йөҙәүен күҙәтеп ултырыу стрестан һәм ярһыуҙарҙан ярҙам итә.
5-6 йәшлек балалар өсөн алйырҙан, диңгеҙ сусҡаһы һәйбәт дуҫ була. Балалар өсөн иң мөһиме - хайуандарҙы ҡулға алып яратыу. Шулай уҡ был хайуандарға махсус шарттар ҙа кәрәкмәй.
8-9 йәшлектәргә аквариум балыҡтарын һәм ҡусҡарҙарын, һыу һәм ер ташбаҡаларын, 10 йәшлектәргә оҙон йөнлө бесәйҙәрҙе, кәнәри, бәләкәй тутыйғоштарҙы һатып алып бирергә була. Тейен һәм ҙур тутыйғоштарҙы 12-14 йәшлектәргә алығыҙ.
14-15 йәшлек үҫмерҙәргә бөтә йорт хайуандарын да, шулай уҡ ҙур тоҡомло эттәрҙе лә, ышанып тапшырып була.
Бөтә «ыңғай» һәм «кире» яҡтарын үлсәп, балағыҙға тура килгән йорт хайуанын һайлағыҙ. Йорт хайуаны балағыҙ өсөн ҙур бәхет буласаҡ!