газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
29 Май 2020, 17:05

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Баҡса эштәренең ҡыҙған мәле. Әммә, ундағы, күңелле мәшәҡәттәрҙән тыш, проблема тыуҙырғакндары ла етерлек. Төрлө ҡоротҡос-бөжәктәр һөжүм итеп яфалай. Шуларҙың киң таралғаны - ҡырмыҫҡалар. Түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарағыҙ, файҙаһы булырға тейеш.

*Ҡыҙыл ҡырмыҫҡалар таҙалыҡты яратмай. Шуға, баҡсала сүп соҡорҙары, бысраҡ ҡапсыҡтар, өҫтәлдә икмәк валсыҡтары булмаҫҡа тейеш. Өйҙәге плитә һәм иҙәндәр ҙә ялтырап торһон. Юҡһа, ҡырмыҫҡаларҙың баҡсанан өйгә “күсенә” торған ғәҙәте лә бар.
* Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙан бор кислотаһы ҡотҡара. Бер үк күләмдә бор кислотаһы менән шәкәр ҡомон бутағыҙ. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы ҡағыҙға таратып, ҡыҙыл ҡырмыҫҡа ояһы янына ҡуйырға кәрәк.
* Еҫтәр ҙә дошманды еңергә ярҙам итә. Ҡыҙыл ҡырмыҫҡалар һарымһаҡ, лаванда, һуған ҡабығы, төрлө тәмләткестәр, ҡара һәм ҡыҙыл борос, бөтнөк еҫен өнәмәй. Улар үҫкән баҡсала ҡырмыҫҡаларҙың эҙе лә булмаясаҡ.
* Баҡсалағы һәр ағас, ҡыуаҡ төбөнә кәрәсингә манылған сепрәк ҡуйып сығырға мөмкин.
* Ҡоротҡостар ағас тамыры тирәһенә оялаған булһа, ояға аҡбур таратып, өҫтөнә һыу һибеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Читайте нас: