Британия диетологтары ябығырға теләүселәргә банандың ҡабығын ашарға кәңәш итә.
Банандың ҡабығын мейестә бешереп, киптереп, ваҡлап, бутҡаларға ҡушырға мөмкин. Булдыра алһағыҙ, бешереп ашарға ла була.
Банан ҡабығында магний, калий, витаминдар күп. Йәшел банандыҡында - триптофан, һарыһында антиоксиданттар бар. Беренсеһе тынысландырһа, йоҡоно яҡшыртһа, икенсеһе йәшәртә, матурлата.
Банан үҙе калориялы булһа, ҡабығында калория ул тиклем үк түгел - был ябығыусылар өсөн бик тә яҡшы.