Был хуш еҫле тәмләткес бета-каротин, В, С, Е витаминдарына, эфир майҙарына бай. Киптерелгән ҡәнәфер күп ауырыуҙан ярҙам итә.
Ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре булғанда көн һайын ҡәнәфер сәйнәгеҙ. Уның составындағы эфир майҙары ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә. Тамаҡ ауырта башлау менән ҡәнәфер сәйнәргә була.
Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Бының өсөн ашар алдынан15 минут ҡала 2 ҡәнәферҙе 1 сәй ҡалағы бал менән ҡушып сәйнәргә кәрәк.
Ҡәнәфер баш ауыртыуын баҫа, хәл керетә. Шулай уҡ колит, метеоризмды ла дауалай.
Ашҡаҙан һәм ун ике илле эсәк йәрәхәте, ҡан баҫымы юғары булғанда ҡәнәфер менән дауаланырға ярамай.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!