газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Май 2020, 17:00

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә

25-31 майға аҙналыҡ йондоҙнамә

25-31 майға аҙналыҡ йондоҙнамә
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Кеҫәгеҙҙе ҡалынайтыу мөмкинлеге бар. Әммә бының өсөн апаруҡ тырышлыҡ һалырға тура килер. Командировкалар,тынғыһыҙ мәшәҡәттәр көтә. Уның ҡарауы, шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы. Һөйгәнегеҙ хәлегеҙгә инеп, ярҙамға килергә әҙер генә тора.
Буға (21.04 – 21.05)
Был аҙнала теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итерһегеҙ. Төҙөлгән килешеүҙәрегеҙ уңышлы булыр. Сәләмәтлегегеҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә аңлашылмаусанлыҡтар күп. Аяҡ салыусыларҙан йырағыраҡ тороғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор уңышлы киләсәк. Энергияғыҙ ташып торор. Яңы шөғөлгә тотоноп ҡарағыҙ. Күңелегеҙгә оҡшарға тейеш. Булған кредиттарығыҙҙы һәм бурыстарығыҙҙы ҡаплау кәңәш ителә. Аҙнаның икенсе яртыһында мәҙәни сараларға барып, рухи аҙыҡ алып ҡайтығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мөһим документтарға ҡул ҡуйғанда үтә лә иғтибарлы булыу талап ителә. Белгестәргә мөрәжәғәт итеү ҙә ҡамасауламаҫ. Хеҙмәттәштәрегеҙ араһында абруйығыҙ артыр. Ял көндәрендә туғандарығыҙға күберәк иғтибар бирегеҙ. Баҡса эштәрен дә онотоп китмәгеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был көндәрҙә йондоҙҙар һеҙгә аҙыраҡ эшләргә, күберәк иғтибарҙы ғаиләгеҙгә бүлергә кәңәш итә. Күпме генә тырышһағыҙ ҙа, хеҙмәтегеҙҙе баһалаусы табылмаҫ. Аҙна уртаһында стресс кисереүегеҙ ихтимал. Таныш булмаған кешеләр менән һаҡ булығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор яңы белем алыу, эштә квалификацияны үҫтереү йәһәтенән уңышлы. Ай аҙағында танышҡан кешегеҙ тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртәсәк. Мөһим аҙым яһар алдынан ныҡлы уйлағыҙ. Ғаилә ағзалары тик яҡшы хәбәрҙәр менән шатландырыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Эшмәкәрлектәре ижад менән бәйле кешеләрҙе уңыш көтә. Ярайһы ғына килем алырһығыҙ. Күңелегеҙ тартмаған кешеләрҙән йыраҡ тороғоҙ. Тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ менән күберәк аралашығыҙ. Эшкә сумып, шәхси тормошоғоҙ тураһында ла онотмағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Эштә үрләтеүҙәре ихтимал. Дуҫтарығыҙға бөтә нәмәне лә һөйләп бөтөрмәгеҙ, сер һаҡлай белегеҙ. Маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барырһығыҙ. Отошло бәйләнештәр булдырырһығыҙ. Туристик сәйәхәткә юлланыуығыҙ бар. Һөйгәнегеҙ менән аралар ышаныслы.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Элекке дуҫығыҙ менән осрашыу көтөлә. Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Яңы эштәргә тотонмау хәйерлерәк. Руль артындағыларға иғтибарлы булыу талап ителә. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр көйләнер. Хроник сирҙәрегеҙҙең ҡуҙғыуы мөмкин.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яҡындарығыҙ үҙҙәрен бөтөнләй икенсе яҡтан күрһәтер. Быға күңелегеҙ бик кителер. Хәлдәр аҙна аҙағына ғына бер аҙ көйләнер. Аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Аҙнаның тәүге яртыһында эштә килеп тыуған проблемаларҙы уңышлы хәл итеү мөмкинлеге бар.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы осрашыуҙар һәм танышлыҡтар бигерәк күп булыр, хатта тиҙҙән уларҙан арырһығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ артығыҙҙан юҡ-бар һөйләп йөрөр. Иң яҡшыһы - быға иғтибар итмәү. Эре әйбер һатып алыуҙы, мөһим килешеүҙәр төҙөүҙе һуңғараҡҡа ҡалдырығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр отошло контракт төҙөр. Аҡсағыҙҙы ниндәй маҡсатта тотонорға икәнлекте йорттағылар менән бергә хәл итегеҙ. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ һәм хыялдарығыҙҙы бойомға ашырыуға ҡыйыу тотоноғоҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыр.
Читайте нас: