газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
17 Май 2020, 14:37

Сәс тарағының иң яҡшыһы

Дөрөҫ һайланған тараҡ сәстәрҙең сәләмәтлегенә һәм матурлығына йоғонто яһай.

Дөрөҫ һайланған тараҡ сәстәрҙең сәләмәтлегенә һәм матурлығына йоғонто яһай.
* Пластик тараҡ осһоҙ һәм тиҙ һыныусан була, сәстәрҙе “магнитландыра”.
* Металл тараҡ - “оҙон ғүмерле”, әммә белгестәр уны көн дә ҡулланырға ҡушмай. Сәсте фен менән киптергәндә бындай тараҡтан файҙаланмағыҙ, сөнки ул эҫе һауа менән йылына һәм сәстәргә зыян килтерә.
* Ағас тараҡ тәбиғи материалдан эшләнә, еүеш сәсте яҡшы тарай, “магнитландырмай”, сәстәр ике осланмай. Ләкин ағас тараҡты даими таҙартып торорға кәрәк, унда бәшмәктәр тиҙ үрсеп бара.
* Нейлон тараҡты сәсте турайтҡанда файҙаланығыҙ, ул баш тиреһенә массаж яһай, ләкин ҡалын, бөҙрә сәстәргә тура килмәй.
* Эбонит тараҡ сәс буяғанда уңайлы. Уны эҫе һыу менән йыуырға кәрәк, ҡояш яҡтыһында ҡалдырырға ярамай.
* Керамик тараҡты ҡулланғандан һуң, сәстәр йомшаҡ һәм шыма булып ҡала.
* Силикон тараҡ сыуалған сәстәрҙе бер-береһенән тиҙ айыра.
* Тараҡты аҙнаға бер тапҡыр шампунь менән йыуығыҙ. Сәсегеҙ майлы булһа, йышырыаҡ та йыуырға мөмкин. Сөнки тараҡ тешенә эләгеп ҡалған бысраҡ таҙа сәскә лә күсә. Тараҡта сәс ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас: