газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
17 Май 2020, 14:43

Эш табала ғына түгел икән

* Ҡоймаҡ ҡамыры ҡалаҡтан еңел генә ағып төшөргә тейеш, артыҡ ҡуйы булһа, уның эсе бешмәй. Бешерер алдынан ҡоймаҡ ҡамырына күпертелгән йомортҡа ағы ҡушһаң, ул тағы ла тәмлерәк була.

* Ҡоймаҡ ҡамыры ҡалаҡтан еңел генә ағып төшөргә тейеш, артыҡ ҡуйы булһа, уның эсе бешмәй. Бешерер алдынан ҡоймаҡ ҡамырына күпертелгән йомортҡа ағы ҡушһаң, ул тағы ла тәмлерәк була.
* Ҡоймаҡ ҡамырына йылытылған үҫемлек майы ҡушһаң, табаны майламаһаң да була.
* Артыҡ ҙур булмаған, ҡалын төплө суйын табала ҡоймаҡ айырыуса уңа.
* Кекстың төҫө матур булһын өсөн, ҡамырға йомортҡа һарыһын кистән ҡушып, иртәнгә тиклем һалҡын урында тоталар.
* Тортты артыҡ ҡыҙыу мейестә бешерергә ярамай. Ҡыҙыуҙан уның тышы ҡата, ә эсе бешеп өлгермәй.
Читайте нас: