*Һүндергәндән һуң да плитә өҫтөндә 10-15 минут тоторға. Шулай иткәндә, ул тағы ла тәмлерәк була.
* Картуфты ашҡа ике-өс киҫәккә генә бүлеп һалыу отошлораҡ. Ваҡлап туралған картуф иҙелеп, һурпаны ҡуйырта.
*Асылған банкалағы томат өҫтөнә бер аҙ тоҙ һибеп, үҫемлек майы тамыҙһаң, ул боҙолмайынса оҙаҡ һаҡлана.
* Кисә бешкән итте ҡыҙҙырғанда ике бармаҡ ҡалынлығында турап, бер аҙ һалҡын һурпаға һалып ҡуйырға, һуңынан майлы табала ҡыҙҙырырға. Шулай иткәндә ит яңы ғына бешкән кеүек була.