Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
25 Апрель 2020, 20:02

27 апрелдән 3 майға тиклем аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Аҙнаның тәүге яртыһында сит кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышығыҙ. Бәхәстә булғандар менән дә аралашыуҙы тергеҙмәй тороғоҙ. Был осорҙо сәләмәтлегегеҙҙе нығытыуға бағышлағыҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырығыҙ, яңы һәләтегеҙ асылыуы мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙнаның тәүге яртыһында сит кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышығыҙ. Бәхәстә булғандар менән дә аралашыуҙы тергеҙмәй тороғоҙ. Был осорҙо сәләмәтлегегеҙҙе нығытыуға бағышлағыҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырығыҙ, яңы һәләтегеҙ асылыуы мөмкин.
Буға (21.04 – 21.05)
Күңелегеҙ ҡушҡанса эшләгеҙ. Шул ваҡытта аҙна ла тыныс үтер. Бизнес буйынса партнерҙар менән бәйләнештәрҙе тергеҙеү өсөн уңайлы мәл. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр бер нисә отошло контракт төҙөүгә ирешер. Һаулығығыҙ зарланырлыҡ түгел.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был осорҙа финанс хәлегеҙ яҡшы булыр. Йондоҙҙар яҡын туғандарығыҙ менән һәйбәт мөнәсәбәттә булырға кәңәш итә. Әгәр үҙегеҙҙе ҡулда тота алмаһағыҙ, оло ғауға ҡубыуы ихтимал. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома. Балаларығыҙҙың тәртибен күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Тирә-йүндәгеләр менән аралашҡанда ауыҙығыҙҙы ипләп асығыҙ. Тура һүҙле булыуығыҙ күптәргә оҡшамаҫ. Сәйәхәттәргә сығыу тыйыла. Изге эш менән шөғөлләнегеҙ, әйтәйек, мохтаждарға ярҙам итегеҙ. Ғаиләгеҙҙә йылы, ышаныслы мөнәсәбәттәр һаҡлана.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттар тураһында онотмағыҙ. Мыжыҡ таныштарығыҙҙың бер туҡтауһыҙ нимәлер һорауына юҡ, тип әйтергә үҙегеҙҙә көс табығыҙ. Аҙнаның тәүге яртыһында матди юғалтыуҙар көтөлә - һатып алынған эре әйберегеҙ сифатһыҙ булыр. Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Үҙегеҙ тураһында ғына уйламағыҙ, яҡындарығыҙҙы ла онотмағыҙ. Күпкә юғарыраҡ вазифа биләгән кеше менән романтик мөнәсәбәттәр ҡуҙғыуы ихтимал. Ял көндәрендә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ ҙә, алмағыҙ ҙа. Эре көнкүреш техникаһы ватылыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор яҡшы ғына килмәксе. Әммә уңышығыҙҙан көнләшкән кешеләрҙән йыраҡ тороуығыҙ һорала. Финанс ҡытлығы кисермәҫһегеҙ. Шулай ҙа аҡсағыҙҙы уңға-һулға таратмағыҙ. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшы, бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Бөтә нәмәлә экономияларға өйрәнегеҙ. Аҡса яғы наҡыҫ булмаһа ла, планлаштырылмаған сығымдар килеп сығыуы бар. Йома командировкаға юлланмауығыҙ хәйерле. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы. Ял көндәрен алыҫтан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан ышаныслы барырһығыҙ. Үҙегеҙгә күптән ғашиҡ булып йөрөгән кеше һөйөүен белдерер, хатта тәҡдим яһар. Балаларығыҙ менән күберәк аралашығыҙ. Мауыҡтырғыс сараларға барыуҙан, концерттарға йөрөүҙән әлегә баш тартығыҙ. Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Юғары йәки башҡа уҡыу йорттарында белем алыусылар өсөн аҙна еңелдән килмәҫ. Уҡыу программаһынан артта ҡалып, күп нәмәне юғалтыуығыҙ мөмкин. Ғаиләлеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте яҡшы. Йортоғоҙҙа ремонт яһай башлаһағыҙ, мебель алыштырһағыҙ була. Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башында стресс кисерерһегеҙ, шул арҡала күп энергияғыҙҙы юғалтырһығыҙ. Йәрәхәттәр алыуҙан һаҡ булығыҙ. Сит кешеләр проблемаһына ҡыҫылмағыҙ. Кесе йома хаталы аҙым яһау хәүефе бар. Туғандарығыҙ менән бәхәскә инеү өсөн сәбәп эҙләмәгеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Арығанлыҡ үҙен һиҙҙертер. Ял итеү тураһында уйланырға ваҡыт. Башҡаларға ярҙам итеп, үҙегеҙ өсөн дә файҙа алырһығыҙ. Шәмбегә планлаштырған сәйәхәттәрҙе башҡа ваҡытҡа күсерегеҙ. Һеҙҙең менән осрашыуҙы дуҫтарығыҙ түҙемһеҙлек менән көтә.
Читайте нас: