Баҡса эштәре етте. Унда сыҡһаң, ҡулдар бысранмай ҡалмай. Түбәндәге ҡатышма уны тиҙ һәм һөҙөмтәле таҙартырға ярҙам итер. Яҡынса 100 грамм самаһы 3 процентлы водород перекисенә 10-20 грамм нишатыр спирты өҫтәргә һәм һауыт-һаба йыуғанда ҡулланыла торған шыйыҡлыҡты һалырға. Барыһын да бергә болғатырға һәм ҡулдарҙы ошо ҡатышмала тоторға кәрәк. Бер-нисә минуттан барлыҡ бысранған, ярғыланған урындар ағарасаҡ. Һуңынан ҡулдарҙы һабын менән йыуып, кершән һөртөргә.