Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Хаталаныуҙан ҡурҡып, бер нәмә лә эшләмәй ултырмағыҙ. Ваҡиғалар уртаһында ҡайнағыҙ, әүҙем булығыҙ. Ялдарға ҡаршы яңы эштәр планлаштырмағыҙ. Ярҙамға мохтаждарҙы ситкә типмәгеҙ. Һыу процедуралары, гимнастика, массаж, диета файҙаға ғына булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Һеҙҙең өсөн бер ниндәй кәртәләр ҙә юҡ. Энергияғыҙҙы күп алған кешеләр менән аралашыуҙы сикләгеҙ. Йондоҙҙар отошло тәҡдимдәр вәғәҙәләй. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы, әммә һөйгәнегеҙ менән осрашыуға ваҡытығыҙҙы аҙ бүләһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эске һиҙемләүегеҙгә генә таянығыҙ. Эштә конфликтҡа инергә тырышмағыҙ, тыныс ҡына бурыстарығыҙҙы башҡарыуҙы дауам итегеҙ. Ҡыҙыҡлы китаптарға заказ бирегеҙ, илһам алыу сығанаҡтарын эҙләгеҙ. Кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеүегеҙ мөмкин.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна ваҡиғаларға бай булыр. Ашығыс эштәр, мөһим осрашыуҙарҙан башығыҙ әйләнер хатта. Хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыу теләге менән яныр, ишлеләрҙең тормошо тыныс ҡына үҙ ағышы менән барыр. Иң уңышлы көнөгөҙ - дүшәмбе.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ниңәлер даими хәүефләнеп торорһоғоҙ. Ваҡ-төйәк нәмәләр ҙә сығырығыҙҙан сығарыр.Иң мөһиме - тыныслыҡ һаҡларға!Икенсе яртығыҙҙы осратыуығыҙ ихтимал. Һаҡ булығыҙ, алданып ҡуймағыҙ. Интернеттағы хәбәрҙәргә ышанмағыҙ.Финанс хәлегеҙ нығыныр
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаның тәүге яртыһында ҡабаланмай ғына, тыныс эш итеүегеҙ кәңәш ителә. Тап ашығыуығыҙ арҡаһында күңелһеҙ хәлдәргә тарыуығыҙ мөмкин. Йәрәхәттәр алыу ихтималлығы ҙур. Финанс проблемалары килеп тыуыр, бурысҡа батырһығыҙ. Никахығыҙ ныҡ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ғаиләлә мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Тормош иптәшегеҙҙең ҡылығы аптыратыр. Шулай ҙа, эште олоға ебәрмәгеҙ. Ҡарарҙарҙы тиҙ һәм дөрөҫ ҡабул итә белеүегеҙ тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу тыуҙырыр. Аҙна аҙағына өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ. Саян (24.10 – 22.11)
Эштә көнәркәшлек ныҡ булыр. Нервығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ. Улар алда кәрәк буласаҡ әле. Ял көндәрендә ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралашырһығыҙ. Тейешле иғтибар бүлмәгәнгә күрә, һөйгәнегеҙ менән аралар боҙолоуы бар. Һаулығығыҙ борсомаҫ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мөхәббәт өлкәһендә йондоҙҙар уңыш вәғәҙәләй. Аҙнаның тәүге яртыһында ижади эш менән шөғөлләнерһегеҙ. Матди хәлегеҙ яҡшы. Күптән хыялланған эре әйберегеҙҙе һатып алырһығыҙ. Көсөгөҙ етмәҫен тойһағыҙ, ҡабаланып, оло проекттарға тотонмағыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна үҙенсәлекле булмаҡсы. Уңыштар күңелһеҙлектәр менән алмашынып торор.Ҡомарлы уйындар уйнауҙан ситтә тороғоҙ, бурысҡа аҡса алмағыҙ. Ашығыс рәүештә теш табибына күренегеҙ. Тормош иптәшегеҙгә һәм балаларығыҙға наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙнаның тәүге яртыһы эшлекле бәйләнештәрҙе тергеҙеү өсөн уңайлы. Шаршамбынан һуң балаларығыҙға һәм туғандарығыҙға ҡағылышлы яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Сит кешеләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итер. Ныҡлы уйламайынса, вәғәҙәләр бирергә ашыҡмағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙең турала бөтәһе лә онотҡан кеүек тойолор. Тик был ваҡытлыса ғына. Тиҙҙән дуҫтарығыҙ ҙа, яҡындарығыҙ ҙа һеҙҙең менән бәйләнешкә сығыр. Юлдарҙа иғтибарлы булыу талап ителә. Алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ, юғиһә, һаулығығыҙға зыян килер.