газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
27 Март 2020, 15:40

Йодоҙҙар нимә юрай?

30 март - 5 апрелгә аҙналыҡ йондоҙнамә

30 март - 5 апрелгә аҙналыҡ йондоҙнамә
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Еңелдән булмаған осор көтә үҙегеҙҙе. Әммә хәлдәр аҙна аҙағына яйланыр. Әлеге мәлдә дуҫтарығыҙ түгел, ә ғаиләгеҙ төп таяныс булыуын онотмағыҙ. Ҡайһы бер пландарығыҙҙың тормошҡа ашмауы ихтимал. Мөһим ҡарарҙарҙы ҡыҙыу баштан ҡабул итмәгеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Бөтә ялтыраған нәмә алтын түгеллеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Аҙ таныш булған кешелргә ышанырға кәрәкмәй. Ғаиләгеҙҙә ғауға ҡубыр. Был ваҡытлыса ғына булыр. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға һәм хәлде ҡуйыртмаҫҡа тырышығыҙ. Уҡыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Белемде камиллаштырыу өсөн яҡшы осор. Бизнесҡа тотоноу өсөн дә шәп ваҡыт. Финанс ауырлыҡтар көтөлмәй. Көтөлмәгән осрашыу тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртер. Эш урынын ҡыйыу алыштыра алаһығыҙ. Әммә еткселеккә был турала алдан әйтергә ярамай.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эре проекттарҙы уңышлы тамамлау килемегеҙҙең артыуына булышлыҡ итер. Көнсөлдәр һеҙҙең турала ялған мәғлүмәт таратыр. Тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Әле сәйәхәттәрҙән баш тартыу хәйерлерәк. Ҡайһы бер дуҫтарығыҙ менән аралар өҙөлөүе ихтимал.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ниһайәт, һеҙҙә яҙғы кәйеф барлыҡҡа килер. Осона сыға алмаҫлыҡ тойолған мәсьсәләләр үҙенә-үҙе хәл ителер. Фекерҙәштәрегеҙ менән килешеп эшләргә тырышығыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Яңғыҙығыҙ ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә алмаҫһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Балаларығыҙға ваҡытығыҙҙы күберәк бүлергә тырышығыҙ. Аҙна аҙағында кафеға, киноға барып, мәшәҡәттәрҙән арына, ял итә алаһығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән күберәк аралашырға тырышығыҙ. Кредит картаһы менән иҫәпләшкәндә һаҡ булығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҡсағыҙҙы эре әйбер һатып алыу өсөн йыйыу яҡшыраҡ. Икенсе яртығыҙҙың ҡылығы һеҙҙе сығырынан сығарыр. Хәлдәрҙе ҡуйыртмағыҙ, тиҙ арала мөнәсәбәттәрҙе көйләү кәңәш ителә. Ял көндәрен шау-шыулы ҡала тормошонан ситтә, тәбиғәт ҡосағында үткәрегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Ысын мөхәббәт тарихы көтә үҙегеҙҙе. Һөйгәнегеҙ сюрприздар менән шатландырып ҡына торор. Эштә аяҡ салыуҙары ихтимал. Бәхәскә инмәгеҙ, бер ни булмағандай, бурыстарығыҙҙы башҡарыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Күңелегеҙ талап иткән шөғөл менән мауығығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мөһим осрашыуҙарҙы дүшәмбегә тәғәйенләгеҙ - уңыш йылмайыр. Сәләмәтлек торошон күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Алкгоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартығыҙ. Элекке таныштарығыҙ менән бәйләнешкә сығығыҙ. Уйын клубтарын урап үтегеҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ғаиләгеҙҙә ыҙғыш сыҡмаһын өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ. Оло йәштәге яҡындарығыҙ менән аралашыу еңелдән булмаҫ. Эшегеҙҙә етәкселек хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалар, бының өсөн арыу ғына пермия түләрҙәр. Дуҫтарығыҙ тураһында онотмағыҙ
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡыйыу рәүештә етди һөйләшеүҙәр алып бара, мөһим ҡарарҙар ҡабул итә алаһығыҙ. Йондоҙҙар һеҙгә уңыш вәғәҙәләй. Был аҙнала руль артына ултырыу кәңәш ителмәй. Таныштарығыҙ, туғандарығыҙ, хатта күршеләрегеҙ менән аралар ҡапыл киҫкенләшер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор еңелдән булмаҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа яҡшы бер нәмә лә юҡ.Әммә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Аҡсағыҙҙы тотонор алдынан ныҡлы уйлағыҙ. Юғиһә, күңелһеҙлектәргә юлығырһығыҙ. Көнкүреш техникаһы ватылып аптыратыр.
Читайте нас: