Иткә, һурпаға, йәшелсәгә, бәшмәккә тоҙҙо ризыҡ әҙер булыр алдынан ғына һалалар.Ярма, картуф, макарон бешәсәк һыуҙы алдан уҡ тлҙлау яҡшыраҡ. Ярты килограмм фаршҡа 1 сәй ҡалағы тоҙ етә.
Ҡамырға тоҙ һалыуы ҡыйыныраҡ. Ғәҙәттә, 2 стакан онға 1/4 өлөш сәй ҡалағы тоҙ алына. Артыҡ күп тоҙ һалыу кәңәш ителмәй, сөнки был ҡабарыуға ҡамасаулаясаҡ.