Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Март 2020, 10:51

Киптерелгәне лә файҙалы

Ағастан өҙөп алынған алманың ни тиклем файҙалы булыуын беләбеҙ. Ә бына уның киптерелгәне тураһында бик уйланмайбыҙ ҙа. Баҡтиһәң, уныһы ла файҙалы икән.

Ағастан өҙөп алынған алманың ни тиклем файҙалы булыуын беләбеҙ. Ә бына уның киптерелгәне тураһында бик уйланмайбыҙ ҙа. Баҡтиһәң, уныһы ла файҙалы икән.Киптерелгән алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт һәм баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Матдәләр алмашыныуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Эс ҡатҡанда ла файҙалы, холестеринды кәметергә ярҙам итә. Ҡан баҫымы түбән булғанда ла файҙалы, ҡан тамырҙарын нығыта. Шәкәр диабеты, һимереү ҡурҡынысы янағанда киптерелгән алма менән һаҡ булырға кәрәк.
Читайте нас: