газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Март 2020, 11:05

Үҫ, үҫ, гөлөм!

Хәҙер ниндәй генә гөл һауыттары һатылмай. Пластмассаһы ла, керамикаһы ла тулып ята. Икеһенең дә ыңғай һәм кире яҡтары бар.

Хәҙер ниндәй генә гөл һауыттары һатылмай. Пластмассаһы ла, керамикаһы ла тулып ята. Икеһенең дә ыңғай һәм кире яҡтары бар.
Пластмасса гөл һауыты арзан тора. Унда дым тупраҡ өҫтөнән генә парға әйләнә. Быны бөтә гөлдәр ҙә яратып бөтмәй. Пластмасса ҡояш нурҙары аҫтында бик тиҙ йылына һәм гөл яҡшыраҡ үҫә. Тик ҙур ҡара төҫтәге һауыт артыҡ ҡыҙып, гөлдөң һәләк булыуы ла бар. Бындай һауыттар бейек гөлдәрҙе тотоп тора алмаҫҡа ла мөмкин.
Буялмаған керамик һауытта дым бөтә стеналар буйлап таралып, парға әйләнә. Шуға ла тупраҡ бер тигеҙ дымлы була. Тик бындай һауыттағы гөлдө күсереп ултыртыуы ҡыйыныраҡ. Ни өсөн тигәндә гөлдөң тамырҙары һауыттың стеналарына ла йәбешеп үҫә һәм шул арҡала ауырлыҡтар килеп тыуа.
Читайте нас: