газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Март 2020, 10:53

Ҡамыр уңһын тиһәгеҙ

* Ҡамыр баҫыр алдынан ондо мотлаҡ иләгеҙ. Шулай иткәндә, ул кислород менән байытыла һәм ҡамырығыҙ мамыҡ кеүек булыр.

* Ҡамыр баҫыр алдынан ондо мотлаҡ иләгеҙ. Шулай иткәндә, ул кислород менән байытыла һәм ҡамырығыҙ мамыҡ кеүек булыр. Был, айырыуса, сүпрәле ризыҡтарға ҡағыла.
* Әгәр ҡамырға йөҙөм һалыр булһағыҙ, уны тәүҙә йыуып киптерегеҙ һәм онда әүәләп алығыҙ. Шулай иткәндә йөҙөм ризыҡта тигеҙ генә урынлашасаҡ.
* Биксквит бешергәндә уның әҙер булыуын белер өсөн духовканан сығарырға ярамай. Юғиһә, ҡабарған бисквит ҡапыл төшөүе ихтимал.
* Ыуалып торған ҡамыр әҙерләгәндә уны оҙаҡ баҫырға ярамай, юғиһә ул тығыҙ һәм ҡаты буласаҡ.
* Әгәр һалҡында тотһағыҙ, йомортҡаның ағы күпкә тиҙерәк туғыласаҡ.
Читайте нас: