газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
13 Март 2020, 13:05

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә

16 - 22 мартҡа аҙналыҡ йондоҙнамә Ҡуҙы (21.03 – 20.04)Күпселек ҡуҙыларҙы был аҙнала сюрприздар, яҡшы хәбәрҙәр көтә. Ваҡытығыҙҙы күберәк дуҫтарығыҙ менән уҙғарырға тырышығыҙ.

16 - 22 мартҡа аҙналыҡ йондоҙнамә Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күпселек ҡуҙыларҙы был аҙнала сюрприздар, яҡшы хәбәрҙәр көтә. Ваҡытығыҙҙы күберәк дуҫтарығыҙ менән уҙғарырға тырышығыҙ.Интернетта яңы таныштар табырһығыҙ. Ял көндәрендә спиртлы эсемлектәр эсеүҙән һаҡланығыҙ. Буға (21.04 – 21.05) Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Ғаиләгеҙҙә конфликт тыуыр, ике ут араһында янырға тура килер. Стрестар сәләмәтлегегеҙгә кире йоғонто яһауы бар. Күңелегеҙ ятмаған кешеләр менән аралашмағыҙ. Ялығыҙҙы ҡаланан ситтә яҡындарығыҙ менән үткәрегеҙ. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06) Етәкселек ҡаты талаптар ҡуйыр. Үҙегеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә тырышығыҙ. Ғаиләгеҙгә тейешле иғтибар бүлмәйһегеҙ. Ижад кешеләренең икенсе һулышы асылыр. Туристик сәйәхәткә юлланыуығыҙ бар. Туғандарығыҙ тураһында онотмағыҙ. Ҡыҫала (22.06 – 23.07) Яңғыҙҙарҙың үҙ ишен табыу ихтималлығы ҙур. Мөһим сараларға күп саҡырырҙар.Баш тартмағыҙ, улар файҙаға ғына булыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә буталсыҡтар күп. Шаршамбы яҡын кешегеҙ менән бәхәскә инеүегеҙ бар. Иң уңышлы көнөгөҙ - шәмбе. Арыҫлан (24.07 – 23.08) Осор көсөргәнешле килмәксе. Эштә лә, өйҙә лә мәшәҡәттәр күп булыр. Аҙнаның тәүге яртыһында финанс ауырлыҡтар кисерерһегеҙ. Әммә өҫтәмә килем сығанағын табыу хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Ялдарға төҙөгән пландарығыҙҙы яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Өйҙә генә бикләнеп ултырмағыҙ, йышыраҡ кеше араһына сығығыҙ. Иң яҡын дуҫығыҙ үҙен насар яҡтан күрһәтер. Арағыҙҙы бөтөнләй өҙмәгеҙ, ә сетерекле хәлдән сығыу юлын эҙләгеҙ. Үҙегеҙгә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен тыныс ҡабул итегеҙ. Үлсәү (24.09 – 23.10) Ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн шәп осор. Отошло эш тәҡдим итерҙәр. Уны ҡабул итер алдынан яҡшылап уйлағыҙ - үҙгәрештәргә әҙерһегеҙме? Өлкән быуын кешеләре менән мөнәсәбәттәр еңелдән булмаҫ. Һаулығығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Саян (24.10 – 22.11) Иммунитетығыҙ ҡаҡшар, уны хәҙерҙән үк нығыуға тотоноғоҙ. Ауырыһағыҙ, сирҙе аяҡ өҫтө үткәрмәгеҙ. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Тәүге аҙымды үҙегеҙ яһағыҙ. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡмағыҙ, тәүәккәл һәм ҡыйыу булығыҙ. Уҡсы (23.11 – 21.12) Башкөлләй эшкә сумырһығыҙ. Шулай ҙа ял итеп алырға ваҡыт табырһығыҙ. Етәкселек менән конфликтҡа инмәгеҙ. Тирә-яҡтағылар менән татыу йәшәргә өйрәнегеҙ. Ял көндәрендә йортоғоҙға ҡунаҡ саҡырмағыҙ һәм спиртлы эсемлектәр эсеүҙән тыйылығыҙ. Ылаҡ (22.12 – 20.01) Етди проекттарға яңғыҙығыҙ тотонмағыҙ. Берҙәм тырышлыҡ ҡына уңыш килтерер. Хроник ауырыуҙарығыҙҙың ҡуҙғыуы бар. Эш буйынса оҙаҡҡа икенсе ҡалаға юлланыуығыҙ ихтимал. Балаларығыҙ ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр. Шәхси мөнәсәбәттәр яҡшы. Һыуғояр (21.01 – 19.02)Белемде камиллаштырыу өсөн яҡшы мәл. Икенсе яртығыҙ менән аралар һыуынған төҫлө булыр. Ғаиләлә тауыш сыҡмаһын өсөн бар тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ. Үҙегеҙҙә яңы һәләт барлығын тойорһоғоҙ.Балыҡ (20.02 – 20.03)Финанс хәлегеҙ зарланырлыҡ түгел. Аҙна эшлекле бәйләнештәрҙе тергеҙеү өсөн уңышлы. Яҡын кешегеҙҙән ҡиммәтле бүләк алырһығыҙ. Осраҡлы танышлыҡтар киләсәк тормошоғоҙҙа мөһим роль уйнар. Сәләмәтлегегеҙ борсолоу тыуҙырмаҫ.
Читайте нас: