газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
6 Март 2020, 17:50

Һөйкөмлө булығыҙ, гүзәл заттар!

Бит тиреһе матур булһын өсөн 1 алманы 4-6 өлөшкә бүлеп, уға 1 стакан һөт ҡушырға, 15 минут ҡайнатырға. Һуңынан алмаларҙы иҙергә, һыуынған массаны биткә һөртөп, 10-15 минуттан һуң һалҡынса һыу менән йыуып төшөрөргә.

Бит тиреһе матур булһын өсөн 1 алманы 4-6 өлөшкә бүлеп, уға 1 стакан һөт ҡушырға, 15 минут ҡайнатырға. Һуңынан алмаларҙы иҙергә, һыуынған массаны биткә һөртөп, 10-15 минуттан һуң һалҡынса һыу менән йыуып төшөрөргә.
Тән тиреһе лә иғтибар һәм һәр ваҡыт тәрбиәләп тороуҙы ярата. Иртән йоҡонан торғас, гимнастика яһап алырға бер нисә минут ваҡытығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Ул күңелегеҙҙе күтәреп, рухландырып, дәртләндереп ебәрә.
Йыл әйләнәһенә витаминдарға, углеводтарға, органик кислоталарға һәм минераль тоҙҙарға бай аҙыҡтар менән туҡланырға тырышығыҙ. Уларға емеш-еләк, йәшелсә, балыҡ, һөт ризыҡтары, ит керә.
Һыра сүпрәһе лә тән тиреһе, сәс һәм тырнаҡтар өсөн бик файҙалы. Унда В төркөмөнә ингән витаминдар күп. Әгәр уны көн һайын эсһәң, тән тиреһе таҙа, нәфис була, сәс ҡуйыра, тырнаҡтар нығый.
Тирегә һыуһыҙлыҡтан кибергә ирек бирмәгеҙ. Зарары булмағанын белһәгеҙ, көнөнә ике литрға тиклем шыйыҡлыҡ эсерегә кәрәк. Быға һыу, һуттар, компот, морстар ҙа инә.
Тәнебеҙ ҙә ҡупшы, нәфис кейемде ярата. Шуға күрә эске кейем кизе-мамыҡ туҡыманан булһын. Улар тәндәге тирҙе һеңдерә һәм һауаны яҡшы үткәрә.
Читайте нас: