Гәрсисте 3000 йыл элек үк Ҡытайҙа ҡулланғандар. Гәрсис бөгөн дә популяр. Шулай ҙа Рәсәйҙә уны 18-се быуатта ғына үҙ итә башлағандар. Сәбәбе ябай: шул ваҡытҡа тиклем беҙҙә аш һеркәһе булмаған. Ә аш һеркәһе гәрсис яһауҙа ҡулланылыусы мөһим компоненттарҙың береһе.
Гәрсистең орлоғо майға, мирозин һәм мирон кислоталарына бай. Япрағында А. В, С витаминдары, кальций күп. Гәрсис япрағынан салат әҙерләйҙәр, уны томалап йә һыуҙа бешерәләр, ит һәм балыҡ ризыҡтары янына бирәләр. Гәрсистең майы айырыуса файҙалы. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, атеросклероз, тромбозды киҫәтеүсе һәм ялҡынһыныу процесын туҡтатыусы май кослоталарына бай. Унда А, Е һәм Д витаминдары, яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеүсе, матдәләр алмашыныуын яйға һалыусы һәм организмдың ҡартайыу процесын тотҡарлаусы тәбиғи антиоксиданттар бар. Тәмләткесте гәрсис порошогына үҫемлек майы, аш һеркәһе, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып яһайҙар.
Сифатлы гәрсис әсе була, унан үҙенсәлекле еҫ килә. Гәрсис артыҡ ҡуйы ла, шыйыҡ та булырға тейеш түгел.