газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
28 Февраль 2020, 16:20

Аҙналыҡ йондоҙнамә (2 - 8 март)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар ҙур уңыштарға өмөт итә ала. Етәксегеҙ менән етди һөйләшеү өсөн яҡшы осор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар ҙур уңыштарға өмөт итә ала. Етәксегеҙ менән етди һөйләшеү өсөн яҡшы осор. Ял көндәре элекке таныштарығыҙ менән осрашып күңелле үтер. Күптән хыялланған карьера баҫҡысынан үрләү ихтималлығы ла ҙур.
Буға (21.04 – 21.05)
Был осорҙа апаруҡ ҡына күңелһеҙлектәр булыр. Яҡын кешеләрегеҙ тураһында онотмағыҙ. Яратҡан кешегеҙгә һөйөүегеҙҙе мотлаҡ белдерергә кәрәк. Аҙна аҙағында ғаиләгеҙҙә ниндәйҙер мөһим ваҡиға буласаҡ. Юлдарҙа үтә лә иғтибарлы булыу талап ителә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Кредит ала күрмәгеҙ. Финанс хәлегеҙ, киреһенсә, мөшкөлләнер генә. Күп мәсьәләләрҙе бер юлы хәл итергә тура килер. Ял көндәре көс тупларға тырышығыҙ. Шау-шыулы компанияларға барыу әлегә кәңәш ителмәй. Һөйгәнегеҙ менән аралар яҡшы.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Нисек кенә уңайһыҙ булмаһын, бурысҡа аҡса бирмәгеҙ - кире ҡайтармауҙары ихтимал. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙы һынау көтә. Уны нисек үтеүегеҙ барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Имтихан, зачет тапшырыу, диплом яҡлау өсөн уңышлы мәл.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның тәүге яртыһында сәләмәтлеккә ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк булыр. Диетаға ултырыу ҙа ҡамасауламаҫ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар тыуыуы бар. Балаларығыҙ менән ғорурланырһығыҙ. Өлкән йәштәге кешеләр һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Күңелегеҙгә ятмаған кешеләр менән аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома. Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа, барыһы ла яҡшы килеп сығыр. Әммә мөһим документтарға ҡул ҡуйғанда айырыуса һаҡ ҡыланығыҙ, хата ебәреүегеҙ бар.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Хеҙмәттәштәрегеҙ араһында кемдер һеҙгә теш ҡайрай, мәле сыҡҡан һайын аяҡ салырға тырыша. Хафаланмағыҙ, бынан абруйығыҙ кәмемәҫ. Тормош иптәшегеҙ менән аралар ҡатмарлашыр. Эште ҙурға ебәрмәгеҙ, юғиһә мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү еңел булмаҫ.
Саян (24.10 – 22.11)
Көсөргәнешле мәл булырға оҡшай. Яҡын кешеләрегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Уның ҡарауы, ҡара һыҙаттан һуң ағы башланыр. Аҙна аҙағына күп сюрприздар, бүләктәр, күңелле ваҡиғалар көтә үҙегеҙҙе. Уҡыу, ижад итеү өсөн яҡшы осор.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һатып алған эре әйберегеҙ уңышлы булыр. Алыҫ сәйәхәткә ҙур компания менән бергә юлланыу хәйерле. Үпкәләшкән кешеләрегеҙ булһа, кисекмәҫтән ярашырға кәрәк. Файҙалы осрашыуҙар көтөлә. Улар финанс хәлегеҙҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һаулығығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк булыр. Байрам көнөндә бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итергә ярамай, юғиһә һуңынан үкенеүегеҙ бар. Аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Етәкселектән алған отошло тәҡдимдән баш тарта күрмәгеҙ. Алдығыҙға ҡуйған бурыстарҙы еңел генә атҡарып сыға алырһығыҙ. Әммә уңыш ялҡауҙарға килмәгәнде оноторға ярамай. Командировкаға юлланырһығыҙ. Һеҙҙе оҡшатып йөрөгән кеше һөйөүен белдерер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был осорҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртер. Проблемаларығыҙҙы үҙегеҙ генә хәл итегеҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн өҫтәмә килем сығанағын эҙләргә тура килер. Ял көндәре йортоғоҙҙа тәртип урынлаштырырһығыҙ.
Читайте нас: