газета "Салауат"
+12 °С
Облачно
Ял сәғәтендә
21 Февраля 2020, 06:20

Сөгөлдөр төҫөн юғалтмаһын тиһәгеҙ

һыуға 1 аш ҡалағы аш һеркәһе һалалар.

һыуға 1 аш ҡалағы аш һеркәһе һалалар.
*Ҡыҙҙырылған картуф кетерләп торһон өсөн тоҙҙо әҙер булыр алдынан һибеү яҡшыраҡ.
* Иҙелгән картуф ҡайнар һөт һалыу яҡшыраҡ. Һалҡын һөттән картуфтың төҫө йәмһеҙләнә.
*Һөт ҡайната торған һауыттың ситтәрен майлаһаң, һөт ташмай.
* Тоҙ, сей картуф йәки алма янында икмәк оҙағыраҡ һаҡлана.
* Быяла шешәгә ҡайнар һыу һалғанда аҫтына таҡта ҡуйығыҙ. Ағас ҡыҙыулыҡты үҙенә ала һәм шешәне шартлауҙан һаҡлай.
* Һыуытҡыстан насар еҫ килһә, һәр кәштәгә ҡара икмәк телемдәрен һалып сығығыҙ.
* Лавр япраҡтарын бешергән ризыҡҡа һалыр алдынан бер-береһенә ышҡыһаң, нығыраҡ хуш еҫ бирә.
Читайте нас