1. Дуҫтарың тәбиғәт ҡосағына ялға сыҡтылар, тик береһе лә һине саҡырманы. Нимә эшләйһең?
а) тыныс ҡына ҡайтҡандарын көтәм, бәлки машинала миңә урын булмағаныр? - 2 мәрәй.
б) үпкәләйем, береһе менән дә һөйләшмәйем - 3.
в) уларҙың тәбиғәт ҡосағына сығыуҙары тураһында белмәмешкә һалышам - 1.
2. Нисек йылмаяһың?
а) ирендәр менән генә - 1.
б) тештәремде күрһәтеп - 2.
в) ҡысҡырып көләм - 3.
3. Һөйгәнеңде башҡа кеше менән күрһәң, нимә эшләйһең?
а) тауыш сығарам - 3.
б) улар янына барып, кем икәнлеген асыҡлайым -2.
в) ситтән генә күҙәтеп торам - 1.
4. Берәй транспортта (поезд, автобус) барғанда юлдашың менән аралашаһыңмы?
а) бер нисә мәҙәк хәлдәр һөйләйем - 2.
б) күңелемдәген таныш булмаған кешегә һөйләйем - 3.
в) өндәшмәйем, тик ултырам - 1.
5. Тышҡы ҡиәфәтеңде йыш үҙгәртәһеңме?
а) әлбиттә, аҙна һайын тиерлек - 1.
б) ниңә? - 3
в) ваҡыты-ваҡыты менән - 2.
6. Кейемдәрҙән нимә оҡшай?
а) матур күлдәк, салбар - 2.
б) джинсы, кроссовки - 3.
в) эшлекле костюмдар - 1.
Һөҙөмтәләр.
12 мәрәйҙән аҙыраҡ. Тирә-йүндәгеләр һине эре, тиҙәр. Күберәк аралаш, мөләйем булырға тырыш. Күрерһең, барыһы ла һиңә тартыласаҡ.
12 - 15 мәрәй. Ҡотлайбыҙ. Һин серле лә, мөләйем дә. Дуҫтарың һиңә оҡшарға тырыша, ир-аттар һоҡланып ҡарай.
15 мәрәйҙән күберәк. Серлелек һиңә хас түгел. Һин тура һүҙле, асыҡ күңелле. Ошо сифаттарың өсөн һине хөрмәт итәләр ҙә инде.