Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
17 Февраль 2020, 18:25

Алтын тау (Бергә йырлап алайыҡ)

Йәндәремә теймәгеҙ, мине яңғыҙ тимәгеҙ Яҡын туғандар бар сағында Йәшлекте иҫкә алып, матур йырҙар йырлашып Ултырайыҡ әле тағында.

1) Алтын тау эҙләмәгеҙ, көмөш тау эҙләмәгеҙ мөмкин
Түгел уның булыуы
Алтындан ҡиймәтлерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк
Туғандарҙың бергә булыуы.
Йәндәремә теймәгеҙ, мине яңғыҙ тимәгеҙ
Яҡын туғандар бар сағында
Йәшлекте иҫкә алып, матур йырҙар йырлашып
Ултырайыҡ әле тағында.
2) Туған яғыңдан ситтә, бәхет ҡошоңдо тапһаҡ
Сит ерҙәрҙә яҡын тойола
Ҡайғыларын үҙ иткән, шатлығыңа һөйөнгән
Һиңә яҡын дуҫтар табыла.
Йәндәремә теймәгеҙ, мине яңғыҙ тимәгеҙ
Яҡын туғандар бар сағында
Йәшлекте иҫкә алып, матур йырҙар йырлашып
Ултырайыҡ әле тағында.
3) Алтын тау эҙләмәгеҙ, көмөш тау эҙләмәгеҙ мөмкин
Түгел уның булыуы
Алтындан ҡиймәтлерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк
Туғандарҙың бергә булыуы.
Йәндәремә теймәгеҙ, мине яңғыҙ тимәгеҙ
Яҡын туғандар бар сағында
Йәшлекте иҫкә алып, матур йырҙар йырлашып
Ултырайыҡ әле тағында.
Автор: Флюра Узянбаева
Читайте нас: