17 - 23 февралгә аҙналыҡ йондоҙнамә
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡыйыу аҙымдар яһай башларға ваҡыт. Дүшәмбенән үк үҙегеҙгә ныҡлы ышана башлағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙоң, финанс хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен тойорһоғоҙ. Күптән аралар боҙолған дуҫтарығыҙ менән бәйләнештәрҙе тергеҙмәй тороғоҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Бизнес буйынса партнерҙарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн уңышлы мәл түгел. Иң көсөргәнешле көнөгөҙ - шаршамбы. Яратҡан шөғөлөгөҙ менән мәшғүл булығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Уҡыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы бар. Планлаштырылған проекттарҙы ла башҡарырға өлгөрмәйһегеҙ. Мөһимерәк эштәрҙе аҙнаның икенсе яртыһына ҡалдырығыҙ. Ял көндәре концертҡа, күргәҙмәгә, театрға барығыҙ. Һаулығығыҙ борсомаҫ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ғашиҡ ҡыҫалалар һөйгәне менән араларының һыуыныуын тойор. Тиҙ арала аңлашырға тырышығыҙ, юғиһә эштәрҙең ҙурға китеүе ихтимал. Фәлсәфәүи һәм дини-әхлаҡи темалар менән ҡыҙыҡһынырһығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән аралашыу кәйефегеҙҙе күтәрер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шәхси тормошоғоҙҙа, һис шаштырыуһыҙ, сағыу осор башлана. Ысын мөхәббәттең нимә икәнен аңларһығыҙ. Булған финанс ауырлыҡтары ла яйлап юғалыр. Эштә тәртип, бөхтәлек талап ителә. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Алдығыҙға әллә ни ҙур маҡсаттар ҡуймағыҙ. Йорт мәшәҡәттәренә сумырһығыҙ. Ял итеп алырға ла ваҡыт табығыҙ. Юғиһә, артыҡ арыуығыҙ сәләмәтлегегеҙгә кире йоғонто яһар. Ижади эш менән шөғөлләнеү күңелегеҙҙе тынысландырыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн шәп осор. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, тәүәккәлләй башлағыҙ. Һөнәри үҫеш көтөлә, аҡса яғы ла наҡыҫ түгел. Һаулығығыҙға иғтибарлы булыр кәрәк - вируслы ауырыуҙар йоҡмаҫ тимә.
Саян (24.10 – 22.11)
Яҡындарығыҙ менән аралашыуҙан ситләшерһегеҙ. Яңғыҙҙарҙың аҙнаһы бер ҡатмарлыҡһыҙ үтер, ә бына ғаиләлеләргә ҡарарҙар ҡабул итеүе еңелдән булмаҫ. Йортоғоҙҙа ремонт башлау өсөн уңай осор түгел. Һатып алған лотереяғыҙҙың отошло булыуы ихтимал.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна бик үк уңышлы килмәҫ. Айырыуса һаулығығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Кеше күп йөрөгән урындарҙа булырға тырышмағыҙ. Үҙ бәхетегеҙҙе осратыуығыҙ бар. Туғандарығыҙ менән аралар киҫкенләшер. Ялығыҙҙы ғаиләгеҙ менән бергә үткәрегеҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үҙегеҙгә ҡарата ышанысығыҙҙы юғалтырһығыҙ. Ҡарарҙар ҡабул итергә ҡурҡып, яңы эштәргә тотона алмаҫһығыҙ. Ә тап ошо осорҙа ялҡауланырға ярамай. Ҡыйбатлы әйберҙәр һатып алмағыҙ. Киләсәктә аҡсаның бик ныҡ кәрәге сығыуы бар.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Етәкселек һәм хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн уңышлы ваҡыт. Яҡындарығыҙға ярҙам итеүҙән баш тартмаҫһығыҙ. Бер урында тапанмағыҙ - ҡыйыу рәүештә алға барырға кәрәк. Шишәмбе дуҫтарығыҙ менән осрашыу көтөлә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Уҙған аҙнаға ҡарағанда хәлдәр яҡшыраҡ булмаҡсы. Уйығыҙҙа йөрөткән пландарығыҙ тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ. Үҙ баһағыҙҙы төшөрмәгеҙ. Кесе йома өҫтәмә килем алыу сығанағын табырһығыҙ. Файҙалы ванналар, массаж яңы эштәргә тотонорға көс бирер.