Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
3 Февраль 2020, 13:20

Туҙға яҙмаған закондар

*АҠШ-та аяғөҫтө тороп өс тапҡыр һыра һемерергә ярамай. * Йәкшәмбелә матрас һатып алырға ярамай.

*АҠШ-та аяғөҫтө тороп өс тапҡыр һыра һемерергә ярамай.
* Йәкшәмбелә матрас һатып алырға ярамай.
* Сант Кроикс ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар кеше араһында ҡыҙыл кейем кеймәҫкә тейеш.
* Францияла тимер юлда үбешеү тыйыла.
* Сусҡаларға Напалеон тип исем ҡушыу тыйыла.
* Бөйөк Британияла 10 йәше тулмаған малайҙарға яланғас манекендарға ҡарау тыйыла.
* Батша йәки батшабикә төшөрөлгән маркаларҙы баш түбән йәбештереү дәүләткә хыянат итеү тип һанала.
* Италияла ир кеше юбка кейһә, уны ҡулға алалар.
* Австалияла таксист такси багажнигында бер йөк бесән йөрөтөргә тейеш.
* Йәкшәмбелә көндөң икенсе яртыһында асыҡ төҫтәге салбар кейеү тыйыла.
* Германияла мендәр пассив ҡорал тип иҫәпләнә.
* Шотландияла йәкшәмбелә балыҡ тотоу тыйыла.
* Мексикала һаҡаллы-мыйыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарға йәмәғәтселек урындарында күренеү тыйыла.
Читайте нас: