газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
3 Февраль 2020, 13:15

Иң матуры булам, тиһәң...

* Биҙәнер алдынан бит тиреһен еүешләтеп алығыҙ һәм күҙ ҡабаҡтарына бер аҙ пудра һөртөгөҙ. Шулай иткәндә, тире косметиканы үҙенә йотмаҫ.

* Биҙәнер алдынан бит тиреһен еүешләтеп алығыҙ һәм күҙ ҡабаҡтарына бер аҙ пудра һөртөгөҙ. Шулай иткәндә, тире косметиканы үҙенә йотмаҫ.
* Косметиканы һайлағанда, пигменттары күберәк булғандарын алырға тырышығыҙ. Уларҙың составында силикон майҙары бар, шунлыҡтан бындай косметика тиерлә оҙайлы ваҡыт тора ала.
* Биткә крем һөрткәндән һуң , йөҙөгөҙгә еүеш таҫтамал менән баҫып сығығыҙ. Был ысул кершәндең оҙаҡ һаҡланыуына булышлыҡ итер. Шулай уҡ тонлы крем һайлағанда, тирегеҙ төҫөнән әҙерәк асығыраҡ булғанына өҫтөнлөк бирегеҙ.
* Әгәр күҙегеҙ йәшләнә икән, Waterproof (һыуға йыуылмай торған) тигән яҙыулы тушь ҡулланығыҙ. Ул һыуланһа ла, ҡойолоп төшмәҫ.
* Помада һөрткәндә иренегеҙҙе бер ҡат буяғас та помада төҫөндәге ҡәләм менән ирен ситттәрен һыҙып сығығыҙ.
Читайте нас: