Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Таланттарығыҙҙы күрһәтеү өсөн шәп ваҡыт. Бик күп ҡыҙыҡлы һәм мөһим ваҡиғалар көтөлә. Эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ - етәкселек ҡәнәғәт ҡалыр.Финанс хәлегеҙ яҡшы. Яңы әйбер һатып алыу кәңәш ителмәй. Мөхәббәтегеҙҙе осратырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Ваҡиғаларҙың икенсе боролош алырына әҙер булығыҙ. Хыялдарығыҙ бойомға ашыр. Документтарға ҡул ҡуйғанда иғтибарлы булығыҙ. Сәләмәтлегегеҙ ҡаҡшар. Шәхси тормошоғоҙҙа аңлашылмаусанлыҡтар күп булыр. Яңы таныштарығыҙға бик ышанмағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Етәксегеҙҙең вазифағыҙҙы үрләтеү тәҡдименә һаҡсыл ҡарағыҙ - өмөттәрҙең аҡланмауы ихтимал. Туғандарығыҙ менән үҙ-ара аңлашыуы ҡыйын булыр. Финанс ауырлыҡтары көтөлә. Айырыуса кредитттар буйынса бурыстарҙы ҡаплағанда проблемалар килеп тыуыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эштә барыһы ла һәйбәт. Әммә ял итеп алырға ваҡыт табығыҙ. Ҡайһы бер ҡыҫалалар көтмәгәндә сәйәсәткә тартылыр. Икенсе яртығыҙ менән аралар зарланырлыҡ түгел. Яҡындарығыҙҙың ныҡлы терәген тойорһоғоҙ. Күңелһеҙ хәлдәр кәйефегеҙҙе төшөрә алмаҫ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор яңы эштәрҙән, осрашыуҙарҙан башланыр. Алдағы көндәргә үҙегеҙ ышанған кешеләр менән генә пландар төҙөгөҙ. Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ, алмағыҙ ҙа. Айырыуса банк менән бәйләнмәгеҙ. Ғаиләлеләрҙе уңыш көтә. Һөйөүен белдереүселәр күп булыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Икенсе яртығыҙ һеҙҙән ниндәйҙер сер һаҡлауы ихтимал. Етәксегеҙ мөһим эштәрҙе тап һеҙгә йөкмәтер, шуға иғтибарлығығыҙҙы юғалтмағыҙ. Ял көндәре сюрприздарға бай булыр. Балаларығыҙ уңыштары менән шатландырыр. Хроник сирҙәрегеҙҙең ҡуҙғыуы бар.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Әүҙем, ижади осор башлана. Аралашыу даирәһен киңәйтерһегеҙ. Карьера баҫҡысынан үрләтерҙәр. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр бынамын тигән. Иммунитетығыҙ ҡаҡшау сәбәпле, вируслы ауырыуҙар йоҡтороу ихтималлығы ҙур.
Саян (24.10 – 22.11)
Отошло контракт төҙөп ҡыуанырһығыҙ. Эшлекле партнерҙарығыҙ ҙа, хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә тырышлығығыҙҙы баһалар. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр. Ялығыҙҙы ғаиләгеҙ менән ҡаланан ситтә үткәрегеҙ. Туҡтаныу рационына иғтибар итегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар финанс юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Таныштарығыҙҙан ярҙам һорарға ҡыйынһынмағыҙ. Мөнәсәбәттәр ҡорғанда бик һаҡ булығыҙ. Планлаштырылмаған сәйәхәткә юлланырһығыҙ. Сәләмәтлек торошона иғтибарлы булығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эшлекле осрашыуҙарҙы аҙнаның икенсе яртыһында уҙғарыу хәйерле. Ҡыйыу рәүештә эре әйбер һатып ала, күсемһеҙ милек менән булған операцияларҙы башҡара алаһығыҙ. Туғандарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Балаларығыҙға наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Элекке бәйләнештәр тергеҙелер. Яҡындарығыҙға ярҙам итеүҙән баш тартмағыҙ. Эш урынын алыштырыу тураһында уйланырһығыҙ. Ишеткән хәбәр пландарығыҙҙы төптән үҙгәртергә сәбәпсе булыр. Аҡыл менән эш итегеҙ. Аҡсағыҙҙы ышаныслы урында һаҡлағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Алыҫ киләсәккә пландар ҡормағыҙ. Күңелегеҙҙә йөрөткән уйығыҙҙы бер кем менән дә уртаҡлашмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа проблемалар килеп тыуыр. Үҙегеҙгә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен тыныс ҡабул итегеҙ. Мауыҡтырғыс сараларҙан баш тартығыҙ.