Өҫтәлемдә ҡом сәғәте
Һанап аға минең ғүмерҙе.
Алдағыһы булыр ниндәй,
Үткәндәре телә бәғерҙе.
Ҡом сәғәте, ҡом сәғәте,
Аға ғүмерҙәребеҙ.
Аға тормош миҙгелдәре
Ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ.
Ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ.
Ялан тәпәй йөрөй инек,
Бала саҡта йылға ҡомонда.
Тулҡын килеп йыуып китә
Эҙ ҡалдырмай йөргән юлымда.
Эҙ юғала, хәтер ҡала,
Йәшлегеңде ҡала һағыныу.
Йүгереп ҡайтам шул йылдарға
Ниәттәрем ҡабат көс алыу.