Йондоҙнамә (20 - 26 ғинуар)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙҙа нимәнелер алыштырырға ваҡыт икәнлеген аңларһығыҙ. Тәү сиратта, аралашҡан кешеләрегеҙҙе барлап сығығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөһим ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Эш урынында уйламай әйткән һүҙегеҙ оло ғауға ҡуптарыуы ихтимал.
Буға (21.04 – 21.05)
Буғалар иғтибар үҙәгендә булыр. Икенсе яртығыҙ менән үҙ-ара аңлаша алмай ҡаңғырырһығыҙ. Әле етди мәсьәләләргә тотонмай тороғоҙ, сабыр итегеҙ. Сәләмәт тормош рәүешен башлау өсөн бик шәп ваҡыт. Бизнес өлкәһендәгеләрҙе уңыш көтә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был аҙнала белемегеҙҙе камиллаштырығыҙ. Романтик мөнәсәбәттәр, яңы танышлыҡтар өсөн уңайлы мәл. Икенсе яртығыҙ менән сәйәхәткә юлланыу арағыҙҙы нығытыр. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырыр. Эш урынын ҡыйыу алыштыра алаһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йорт эштәре менән мәшғүл булырһығыҙ. Тормош иптәшегеҙгә ҡарата иғтибарҙы йәлләмәгеҙ. Юғиһә, асыуланышыуығыҙ бар. Әйбер һайлағанда ғаилә ағзаларының кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Ниндәйҙер бер кеше финанс хәлегеҙҙең яҡшырыуына булышлыҡ итер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна уңышлы килмәксе. Энергияғыҙ ташып торор, идеяларығыҙ күп булыр. Тик планлаштырылмаған сығымдарҙың килеп сығыуы ғына күңелде ҡырыр. Имеш-мимештәргә иғтибар итмәгеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт, тыныс. Күберәк ял итегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Кәйефегеҙ күтәренке булыр, күп аралашырһығыҙ. Эшлекле осрашыуҙар һәм финанс мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ыңғай мәл. Яңғыҙҙарҙың үҙ ишен осратыуы бар. Хеҙмәт урынында уңышҡа ирешерһегеҙ. Хәләлегеҙ менән арағыҙға алыҫ туғанығыҙ инеүе ихтимал.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бар эшкә лә өлгөрөрһөгөҙ. Ижад итеү, һәләтәгеҙҙе асыу өсөн яҡшы ваҡыт. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә хәлдәр һәйбәт. Аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Шуға күрә өҫтәмә килем алыу юлдарын эҙләргә тура килер. Бөтәһенә лә эс-серҙәрегеҙҙе һөйләп бармағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аралар яҡшы. Дуҫтарығыҙ ҙа ярҙам итеп кенә торор. Элекке мөхәббәтегеҙҙән йыраҡ тороғоҙ. Һаулығығыҙға ҡул һелтәп ҡарамағыҙ - мотлаҡ табипҡа күренегеҙ. Мауыҡтырғыс сараларға йөрөмәгеҙ, иң яҡшыһы - туйғансы ял итеү.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна ауыр һәм хәүефле килмәксе. Тыныслыҡ һаҡлағыҙ, ҡыҙыулыҡ менән мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Аҡса етешмәүен бөтәһенә лә һөйләмәгеҙ. Хроник ауырыуҙарығыҙ үҙен һиҙҙертер. Стационарға ятыуҙан баш тартмағыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар яҡшы.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Алыҫ киләсәккә пландар ҡормағыҙ, бөгөнгө көн менән йәшәгеҙ. Карьера баҫҡысынан ышаныслы үрләй алаһығыҙ. Нисек кенә теләһәгеҙ ҙә, был аҙнала бурыстарығыҙҙан ҡотола алмаҫһығыҙ. Үҙегеҙгә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үҙегеҙҙе тулыһынса эшкә бағышларһығыҙ. Яҡшы һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Йондоҙҙар күберәк сәйәхәт итергә кәңәш итә. Проблеманан сығыу юлдарын эҙләргә тура килер. Яңғыҙ һыуғоярҙарҙы яңы танышлыҡтар көтә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был осорҙа эштә проблемалар тыуыуы ихтимал. Килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда үтә лә иғтибарлы булыу талап ителә. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән бергә үткәрегеҙ. Сәйәхәткә ҡыйыу юллана алаһығыҙ - сәфәрегеҙ уңышлы буласаҡ. Финанс хәлегеҙ зарланырлыҡ түгел.