газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
17 Ғинуар 2020, 14:40

Һөт менән тире таҙартабыҙ

Һөт - өс йөҙгә яҡын туҡлыҡлы һәм биологик актив матдәләр тупланған продукт. Һөт менән битте даими йыуып тороу күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итә, тире ағара, тығыҙлана. Әсегән һөт йәки кефир һөртөү ҙә тирене таҙарта, туҡландыра.

* Тигеҙ миҡдарҙа алынған һөт, майһыҙ эремсек, зәйтүн майы һәм кишер һутын бергә ҡушып, 20 минутҡа биткә маска итеп яғырға. Һуңынан битте йылы һыу менән йыуарға, һалҡынса һыу менән сайҡатырға.
* Таушалған тире өсөн:
1 аш ҡалағы эремсек, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы тоҙ алып, бер төрлө масса барлыҡҡаа килгәнсе болғатырға, биткә һылап, 20 минут тоторға. Аҙнаға 1-2 тапҡыр, 10 процедура яһарға.
* Майлы тире өсөн:
0,5 литр һөткә 0,5 литр һыу ҡушып, бер аҙ йылытырға, 1 гр лимон кислотаһы йәки һеркә өҫтәргә. 2-3 сәғәт үткәс, барлыҡҡа килгән массаны һығып, 2 гр бор кислотаһы, 2 гр үҫемлек майы, 5 гр глицерин өҫтәп, тирегә һөртөргә. Был маска тирене йомшарта һәм ялҡынһыныуға ҡаршы сара булып тора.
* 350 гр ваҡ тоҙҙо 0,5 стакан ҡаймаҡ йәки һөт өҫтө менән яҡшылап болғатырға. Был ҡатнашманы бөтөн тәнгә һөртөргә. Һуңынан йылымса душта йыуынып сығарға.
Читайте нас: