1,5 стакан он, 125 гр аҡ май, 3 аш ҡалағы шәҡәр ҡомо, 1 йомортҡа, 1 семтем тоҙ. Мәкле эслек өсөн: 150 гр мәк, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер йомортҡа һарыһы. Сырлы эслек өсөн: һөт өҫтөнән әҙерләнгәнә 500 гр (4 һауыт) таҙа сыр, 3 йомортҡа, 100 гр шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы крахмал, 1 балғалаҡ ыуылған лимон ҡабығы, ярты лимондың һуты, 1 аш ҡалағы шәкәр оно.
Онға тоҙ һалып, йомшартылған аҡ майҙы, йомортҡаны, шәкәр ҡомон ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Мәкте шәкәр ҡомо һәм йомортҡа һарыһы менән ҡушып болғатырға. Икенсе һауытта сырҙы шәкәр ҡомо менән болғатып күпертергә, уға болғатыуҙы дауам итеп берәшәрләп йомортҡаны ҡушырға. Шунда уҡ лимон һуты, ҡабығы һәм крахмалды өҫтәп, бер төрлө масса барлыҡҡа килгәнсе туғырға.
Табаға май һылап, ҡамырҙы йәйеп һалырға. Уның өҫтөнә мәк ҡатнашманы бушатып, тигеҙ итеп таратып сыҡҡас, уның өҫтөнә сырлы ҡатнашманы һалырға кәрәк. 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала бер сәғәт тирәһе бешерергә.